Ҡоштар – беҙҙең ҡанатлы дуҫтар икәнлеген һәр кемебеҙ яҡшы белә, әммә 1 апрель уларҙың көнө икәнлеген күптәр белмәйҙер.
1927 йылдан алып беҙҙең илдә 1 апрелдә Ҡоштар көнө билдәләнә. Ҡоштар Ер шарының бөтә урындарын, шул иҫәптән Антарктиданың эске өлөштәрен дә төйәк иткән. Халыҡ-ара орнитологтар берләшмәһе мәғлүмәттәренә ярашлы, 2017 йылдың апрель аҙағына хәҙерге көндә йәшәгән ҡоштарҙың - 10681 (20087 төрсәһе), шулай уҡ юҡҡа сыҡҡандарҙың 159 төрө билдәле. Рәсәй биләмәләрендә уларҙың 789 төрө бар.
Яҙ етеү менән беҙҙең яҡтарға иң тәүгеләрҙән булып ҡара ҡарға, сыйырсыҡ, һабантурғай, аҡҡош, торна ҡайта. Бөгөн ауыл ерендә йәшәүселәр көн һайын иртән сыйырсыҡтарҙың моңло тауышына уяна. Тиҙҙән кәкүк тауышы ла ишетелер, еребеҙ һабантурғай моңона күмелер...
Балтас районы Иҫке Балтас ауылындағы “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһында фәһемле сара үтте. Унда балалар бейеүҙәр бейеп, ҡоштар тураһында шиғырҙар һөйләп, йырҙар йырланы. Байрам тәрбиәләнеүселәргә бик оҡшаны.