Бөрө медицина-фармацевтика колледжы студенттары уҡытыусылары Рәсимә Фәтхуллина етәкселегендә башҡорт телен теләп өйрәнә. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң бына 10 йыл башҡорт теленән белем бирә ул. Быға тиклем шул ҡәҙәр үк йыл ҡаланың 7-се урта мәктәбендә башҡорт теле уҡытыусыһы булып эшләй. Педагог фекеренсә, башҡорт телен белеү — башҡа телдәрҙе һәм мәҙәниәттәрҙе өйрәнеүгә асҡыс ул.
Рәсимә Фәтхуллина ваҡытында республика Башлығы Радий Хәбиров уҡыған Ишембай районының Һайран мәктәбендә белем алған. Был уға уҡытыусы булараҡ ҙур яуаплылыҡ өҫтәй. Ғаиләләрендә бөтәһе лә башҡорт телендә һөйләшә. Әсәһе рус һәм башҡорт телдәре уҡытыусыһы була, атаһы “Коммунар” колхозына етәкселек итә. Белемгә ынтылыусан ҡыҙ туған телен төптән өйрәнеү маҡсатында юғары уҡыу йортона уҡырға инә.
Мәктәптә эшләү йылдары күп нәмә бирә. Студенттар, әлбиттә, икенсе халыҡ, төрлө әҙерлек менән киләләр.
— Ҡайһы берәүҙәре телде белмәй, икенселәре тел нигеҙҙәре менән таныш, төркөмдә башҡорт милләтенән булған ике-өс кеше уҡый, — тип аңлата Рәсимә Мансур ҡыҙы. — Берәүҙәр менән баштан башлайбыҙ, икенселәр менән ауырыраҡ программа буйынса шөғөлләнәбеҙ, өсөнсөләргә белемдәрен киңәйтер өсөн ижади эш бирәм. Улар минең беренсе ярҙамсыларым.
Әҙер методикаларға уҡытыусы үҙ идеяларын ҡуша, фәнгә ҡыҙыҡһыныу арттырыр өсөн медицина темаһы менән бәйләй. Студенттар көндәлек тормош темаларына һөйләшеп телмәрен үҫтерә, текстарҙы тәржемәләй, шул уҡ иҫәптә медицина темаларына, халыҡ эпостары, башҡорт йомаҡтары, мәҡәлдәре менән таныша.
Рәсимә Мансур ҡыҙының студенттары алты йыл рәттән төбәктең медицина урта уҡыу йорттары араһында башҡорт теле буйынса республика олимпиадаларында 2-се-3-сө урындар яулай. Шулай уҡ төбәктең йөҙгә яҡын урта һөнәри белем биреү уҡыу йорттары араһында Башҡортостандың халыҡ шағиры һәм яҙыусыһы Мостай Кәримдең юбилейына бағышланған республика конкурсы призерҙары өслөгөнә инделәр.
Тағы ла Рәсимә Мансур ҡыҙы колледжда музейҙы етәкләй. Уның тырышлығы менән фонд даими тулылана. Күптән түгел бирелә “Колледждың почетлы ҡунаҡтары” тип аталған яңы стенд, совет заманындағы стерилизаторҙар һәм шприцтар коллекцияһы барлыҡҡа килде. Үткән йыл уҡыу йорто музейы республиканың дөйөм белем биреү ойошмалары араһында “Виртуаль музей экскурсияһы” Бөтә Рәсәй конкурсының республика этабында 2-се урын яуланы. Тырыш уҡытыусы етәкселегендә колледжда “БМФК яңылыҡтары” гәзите сығарыла. Баҫмала “Башҡорт телен өйрәнәбеҙ” рубрикаһы бар, уның материалдары дәрестәрҙә башҡорт теленән рус теленә тәржемә иткәндә ҡулланыла. Быйыл “БМФК яңылыҡтары” Иҙел буйы Федераль округы медицина колледждары гәзиттәре конкурсында 2-се урынға лайыҡ булды. Һәләтле уҡытыусы “Йәш журналист” түңәрәген дә етәкләй. Студенттар гәзиттә уҡыу йорто тормошонан үҙҙәренең мәҡәләләрен баҫтыра.
Рәсимә Фәтхуллина һәр көн йәштәр менән тығыҙ бәйләнештә. Шуға ла уның студенттар араһында абруйы ҙур.
Теманы дауам итеп...
Снежана Журавлева, буласаҡ акушерка:
— Мин Бөрөгә Өфө ҡалаһынан килдем. Милләтем буйынса татар, шуға башҡорт телен сағыштырмаса еңел өйрәнәм, теләп уҡыйым. Башҡорт теле бер-береһенә яҡын булған төрки телдәр ғаиләһенә инә. Унда 42 хәреф бар. Телдең үҙенә генә хас өндәре бар. Башҡорт телендә һөйләмдәр, ҡағиҙә булараҡ, эйәнән башлана һәм хәбәр менән тамамлана. Башҡорт телен өйрәнеү башҡа донъяға мауыҡтырғыс сәйәхәт кеүек.