Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
8 Апреля 2021, 11:34

Реанимациялағы сирлене талаған...

Күмертау ҡала суды матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, ҡала дауаханаһында эшләгән санитарка ҡабул итеү бүлегенә үҙ сменаһына эшкә килеп, карантинлы зонаны йыйыштырып, сирлеләрҙе ҡараған.

Реанимацияға күсерелгән пациенттың карауатын йыйыштырыу өсөн ул ятҡан палатаға ингән. Карауат өҫтөндә сирленең әйберҙәре, ҡатын-ҡыҙҙар сумкаһы, телефоны ятҡан булған. Санитарға уларҙы пакетҡа тултырған һәм һаҡлау камераһына илткән, әммә телефонын ҡулында ҡалдырған. Һаҡлыҡ бүлмәһендә телефонды тикшерә һәм уның мобиль банкҡа тоташтырылғанын белә. Артабан ул пациенттың иҫәбенән уның абонент номерына бер мең һум аҡса күсереп ҡарай. Артабан был аҡсаны ул үҙенең абонент номерына күсергән. Сирленең сумкаһындағы аҡса янсығында банк картаһын күреп ҡала һәм уның шәхси мәғлүмәттәрен айырым ҡағыҙға яҙып ала. Күрәһең, артабан уны үҙ мәнфәғәтендә ҡулланырға уйлай. Һәм шулай итә лә.
Шул уҡ кистә интернет-магазинда 13780 мең һумлыҡ алтын балдаҡты күреп, уны һатып алырға анкета тултыра, пациенттың банк мәғлүмәттәрен күрһәтә. Кәрәкле сумма карта иҫәбенән шунда уҡ алына.
Реанимацияға күсерелгән сирле вафат була. Икенсе көнө әсәһенең әйберҙәрен алырға улы килә, унда телефон да, банк картаһы ла урынында була. Мәрхүмә телефонындағы мобиль банк ҡушымтаһы менән файҙалана белмәгән, туғандары уға коммуналь түләүҙәр түләгәндә ярҙам иткән. Ә банк картаһы менән магазинда иҫәпләшкән. Әсәһе вафат булғас, улы телефондағы балансты тикшереп ҡараған, аҡсаның шаҡтай кәмеүен күргән. Ике көндән һуң телефонға интернет-магазиндан 14 меңгә яҡын аҡса күсереү тураһында смс-хәбәр килгән. Әсәһенең банк картаһынан 14780 мең аҡса күсерелгәнен белгәс, мәрхүмәнең улы полицияға мөрәжәғәт итә, аҡса юғалыуы хаҡында ғариза яҙа.
Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре енәйәтсенең эҙенә тиҙ төшә, ғәйепләнеүсе вафат булған пациенттың улы алдында ғәфү үтенә һәм 15 мең күләмендәге зыянды ҡаплай. Ир уны ғәфү иткән һәм ҡаты яза бирмәүҙәрен үтенгән. Күмертау район-ара суды аҡса урлаусы ҡатынды 1,6 йылға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм иткән.
Фото: "Башинформ"дан.
Автор: Карима Усманова
Читайте нас