Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
6 Апрель 2021, 12:08

“Һөт кухня”һы ауылдарға сыға

Социаль селтәрҙәге автоматлаштырылған “Инцидент-менеджмент” мөрәжәғәттәр системаһы Дүртөйлөнән Ләйсән Нәбиеваның мөрәжәғәтен теркәгән. “Һөт кухня”һының ауылдарға тиклем килеп етмәүенә борсолоуын белдерә ул.

“Дүртөйлө ҡалаһында “Һөт кухня”һы бар, әммә уның менән районда йәшәүселәр файҙалана алмай. Семилетка, Манһыр, Түбәнге Манһыр, Әсән ауылдарында йәшәүселәргә һөт аҙыҡтарын барып алыу ауырлыҡ тыуҙыра. Күсмә “Һөт кухняһы”н булдырһағыҙ ине”, - тип үтенә Ләйсән Нәбиева.
19 март көнө район хакимиәтенән яуап килә. Унда Дүртөйлө ҡалаһын һөт аҙыҡтары менән тәьмин итеүсе Нефтекама бүлегенең Әнгәсәк ауылына тиклем барып хеҙмәтләндергән автолавкаһы булыуы, мөрәжәғәт буйынса “Һөт кухня”һы етәкселеге менән автолавка маршрутын киңәйтеү мәсьәләһе ҡаралыуы тураһында хәбәр ителә.
Ә 2 апрелдә хакимиәт башлығы Риф Йосоповтан хәбәр килә. “Һеҙ күтәргән проблеманың ыңғай хәл ителеүе тураһында шатланып хәбәр итәм. “Һөт кухняһы” беҙҙең үтенескә ҡолаҡ һалды, хәҙер уның маршрутына районыбыҙҙың Әсән һәм Семилетка ауылдары ла инә.
Әсәндә автолавка шаршамбы һәм йома көндәре 12.40-13.00 сәғәттәрҙә, Семилеткала 13.20-13.50 сәғәттәрҙә хеҙмәтләндерәсәк. Һөт аҙыҡтарын бушлай алырға хоҡуҡтары булған льготалы категорияға ҡарағандарҙан тыш, теләүселәр балаларына һөт, ҡатыҡ, эремсек кеүек аҙыҡтарҙы һатып та ала аласаҡ”, - тип яҙа хакимиәт башлығы.
Мәғлүм булыуынса, “Инцидент-менеджмент” системаһы – Башҡортостанда күптән түгел эшләй башлаған Республика менән идара итеү үҙәгенең бер өлөшө. Ул төбәк халҡының көндәлек һорауҙарын асыҡлап, килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙамлаша.
Фото: "Инцидент-менеджмент".
Автор: Римма Султанова
Читайте нас