Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
5 Апрель 2021, 07:28

Йолалар тергеҙелә

Ҡариҙел ауылының 4-се балалар баҡсаһында “Ҡарға бутҡаһы” фольклор байрамы үтте.

“Ҡарға бутҡаһы”на 1-се һәм 2-се балалар баҡсаларының өлкән төркөмдәре тәрбиәләнеүселәре саҡырылды.
Алып барыусы һөйләгәненән балалар байрам нисек барлыҡҡа килеүе тураһында белде. Борон заманда башҡорттар ҡара ҡарғалар яҙҙы үҙҙәренең ҡанат осонда алып килә, тип һанаған. Шуға күрә ҡар ирей башлау менән ауыл кешеләре «Ҡарға бутҡаһы» байрамын ойошторған.
Был көндө балалар матур итеп кейенеп өй һайын йөрөп ярма, һөт, май, шәкәр, йомортҡа йыйған. Ҡыҙҙар һәм малайҙар шиғырҙар, йырҙар менән халыҡты күмәкләп күңел асырға саҡырған. Кешеләр тау итәгендә йыйылып, усаҡ яғып ҙур ҡаҙанда бутҡа бешергән. Беренсе өлөшө тыныслыҡ, мул уңыш теләп ергә тәғәйенләнгән. Икенсеһе – ерҙәге тереклекте һаҡлап ҡалыу өсөн һыуға, өсөнсөһө – ҡояшлы көндәр күберәк булыуын һәм ямғыр ваҡытында яуһын, тип теләп, күккә бағышланған. Дүртенсеһе яҙҙы алып килгән өсөн рәхмәт йөҙөнән ҡоштарға бирелгән. Тик шунан һуң ғына бутҡа байрамға килгән ҡунаҡтарға таратылған.
Йола байрамында бәләкәстәр башҡорт һәм рус телендә яҙ тураһында шиғырҙар һөйләне. Унан һуң улар, йола буйынса, йорт буйлап китте. Хәлимә инәйгә (тәрбиәсе М.Шакирова) килделәр. Ул балаларға бутҡа бешерергә ярҙам итте. Бутҡа бешкән арала йырланылар,бейенеләр, кумәк халыҡ уйындары ойошторҙолар. Ә Хәлимә әбей «Шәл бәйләнем» йырын башҡарҙы. Һуңынан барыһы ла тәмле бутка менән һыйланды.
Люция Карамова.
З.Мәхмүтова фотолары.
Ҡариҙел районы.
Читайте нас