Мишкәлә "Юлсы" туризм үҙәгендә "Атай, әсәй һәм мин - туристик ғаилә" конкурсы үтте.
Сарала дүрт ғаилә ҡатнашты: Минилшевтар, Ҡотломәтовтар, Ибагишевтар һәм Имаевтар.
Конкурс бер нисә этаптан торҙо: "Визитка", "Ҡаршылыҡтар юлы", "Торған урынды билдәләү", "Капитандар конкурсы", "Тыуған яҡты өйрәнеүселәр", "Мимика һәм ымдар конкурсы","Турист йырҙары конкурсы".
Бар этаптарҙы уңышлы үтеп, Ҡотломәтовтар - беренсе, Имаевтар -икенсе, Минилшевтар өсөнсө урынға сыҡты.