Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
1 Апрель 2021, 04:23

Радий Хәбиров: “Беҙҙең төп бурыс – “Башҡортостан сода компанияһы”н үҫтереү һәм яңыртыу”

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “Башҡортостан сода компанияһы”ның контроль акциялары пакетын төбәккә биреү тураһындағы ҡарарының мөһимлеге хаҡында белдерҙе.

Ул былай тине:
– Иң тәүҙә “Башҡортостан сода компанияһы”ның акцияларының контроль пакетын республикаға бирергә ҡарар иткәне өсөн илебеҙҙең Президенты Владимир Владимирович Путинға рәхмәт белдерәм. Был һис шикһеҙ ғәҙел һәм законлы. Сөнки бынан алда суд ҡарары менән акциялар пакеты Рәсәй Федерацияһы милегенә тапшырылғайны. Президентҡа был предприятиеға идара итеүҙе беҙгә ышанып тапшырыуына ҙур рәхмәт: 38,3 процентын беҙгә ҡайтарҙы һәм 11,7 процентын + бер акцияны ышаныслы идаралыҡҡа тапшырҙы, йәғни беҙ ғәмәлдә контроль пакетты алдыҡ.
Был - ҙур яуаплылыҡ, сөнки “Башҡортостан сода компанияһы” - республика әһәмиәтендәге генә түгел, Рәсәй Федерацияһы кимәлендәге эре предприятие, уның продукцияһына ил иҡтисадының тотош тармаҡтары бәйле.
Хәҙер беҙҙең төп бурыс – предприятиены үҫтереү. Ул әле сафта һәм бик килемле. Әммә беҙ аңлайбыҙ, әгәр унан бөтә һутын һурыу, барлыҡ килемен тартып алыу дауам итһә, ул саҡта ҡаты көнәркәшлек мөхитендә иҫән ҡала алмаясаҡ. Шуға ла хәҙер иң мөһиме – модернизация.
Саҡ ҡына алға ҡарап эш итергә кәрәк. Яңыларын асыу һәм киләсәге булған элекке етештереүҙе алға ебәреүгә инвестициялар һалыу, мәҫәлән, йыйыу порошогын сығарыу. Һәм предприятие бының өҫтәндә әле үк эшләй.
Халыҡты ныҡ борсоған тағы ла бер ҙур мәсьәлә – ул экология. Тиҫтә йылдар дауамында йыйылған бик күп экологик мәсьәләләр бар, һәм улар буйынса бер ҡасан да әһәмиәтле ҡарарҙар булмаған. Һис шикһеҙ, предприятие эшселәренең социаль хәл-торошо ла, яҡшы эш хаҡы ла мөһим. Стәрлетамаҡҡа һәм яҡын райондарға ярҙам итергә кәрәк, уларҙың халҡы ҡайһы бер йәһәттән экологик хәлгә бәйле ыҙаланы. Бер һүҙ менән әйткәндә, предприятиела шөғөлләнеү өсөн эштәр бар.
Айырып әйтәм, беҙ илдә сода һәм башҡа тауар етештереү буйынса алдынғы урынды һаҡларға тейешбеҙ. Шуға ла төп бурыстарҙың береһе – компания өсөн сеймалдың яңы сығанаҡтарын эҙләү. Беҙ ҡул ҡаушырып ултырманыҡ, ә заводтың менеджменты менән бергә эшләнек. Уларҙың һүҙҙәренсә, иҫке Шахтау ятҡылығындағы һаҡламдар бер нисә йылға ғына етәсәк. Бер юлы беҙ сеймал итерлек алты ятҡылыҡты ҡарайбыҙ. Сифаты буйынса ла, һәм иҡтисад буйынса ла иң ҡулайлыны ҡарайбыҙ. Яңыраҡ беҙҙең талап буйынса компанияның менеджменты Мәскәүҙәге вәкиллекте япты, уның өсөн йыл һайын бер миллиард һум тотонолған. Шуға ла айырып әйтәм, яңы ятҡылыҡтарҙы эшкәртеү саҡ ҡына ҡиммәтерәк булһа ла, Ҡуштауға ҡарағанда ла, ошондай ҡарарҙар менән сеймалды килтереү буйынса сығымдарҙы ябырға мөмкин. Шуға ла предприятиеның иҡтисады өсөн тынысбыҙ. Унан да бигерәк беҙ компанияны нығытыу өсөн тағы ла һиҙерлек ынтылыш яһай алабыҙ.
Бөгөн бик ҡыуаныслы көн. Сөнки “Сода” темаһы һәм уны элек нисек хосусилаштырыуҙары беҙҙең йәмәғәт өсөн бик сетерекле тема ине. Кешеләр бындай хосусилаштырыуға кире ҡарашта ине, уны ғәҙелһеҙ тип иҫәпләнеләр. Һәм Рәсәй Президенты үҙенең был ҡарары менән ғәҙелһеҙлекте бөтөрҙө.
Фто: БР Башлығы сайтынан.
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас