Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
31 Марта 2021, 06:46

Урал батыр тоҡомдары уҡый ҙа, ял да итә белә

Башҡортостанда уҡыусы балаларҙың яҙғы каникул осоронда, оҙайлы тәнәфестән һуң, мәктәп янындағы 317 һәм ҡала эргәһендәге һигеҙ лагерь үҙ ишектәрен асты.

Унда 20807 ҡыҙ һәм малай “#КаникулыДетиБашкортостана” тигән проектты уңышлы тормошҡа ашырыуҙа ҡатнаша. Проект техник, экология-биология, һынлы сәнғәт, эстетика, физкультура-спорт һәм башҡа йүнәлештәрҙе үҙ эсенә ала. Шулай уҡ балалар медиа-смен, бизнес-смен йәнә “Юнармеец”, “Йәйләү”, “Лидер”, “Робоканикулы” проекттары өҫтөндә лә эшләй.
Бынан тыш, тәүлек әйләнәһенә ойошторолған ҡала янындағы лагерҙарға республикабыҙҙан 387 бала йәлеп ителгән.
28 мартта Башҡортостан Башлығының “2024 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади үҫеш стратегик йүнәлеше тураһында” тигән Указын тормошҡа ашырыу сиктәрендә “Орленок” балалар һауыҡтырыу лагерында спорт-һауыҡтырыу сменаһы эшләй башланы, ул “Урал батыр” тоҡомдары тип атала.
Фото: Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы.
Автор: Илдар Акьюлов
Читайте нас