Берләшкән дәүләттәр ойошмаһы генераль Ассамблеяһының 2007 йылдың 18 декабрендәге резолюцияһына ярашлы, 2 апрель көнө Бөтөн донъя Аутизм проблемаһы тураһында мәғлүмәт таратыу көнө булараҡ билдәләнә. Ошо уңайҙан Ҡариҙел 2-се урта мәктәбендә “Ҡояш яҡтыһы барыбыҙға ла етә” тигән игелек дәресе үтте. Унда һүҙ ошо мәкерле сир тураһында барып, йәнәшәлә ауырыу балалар булғанда үҙеңде нисек тоторға, улар менән нисек аралашырға кәрәк икәнлеген дә аңлаттылар. Был бик көнүҙәк тема, сөнки күп ваҡыт аутизм менән яфа сиккәндәрҙе сәләмәт кешеләр аңламай һәм үҙҙәрен килешһеҙ “тәрбиәһеҙ” тотоп, юҡҡа кәмһетәләр, рәнйетәләр.
Белгестәр фекеренсә, аутизм менән күбеһенсә балалар яфа сигә. Был сир өсөн, тәү сиратта, социаль мөнәсәбәттәрҙә уникаллек, көндәлек аралашыуҙа ҡыйынлыҡтар һәм һиҙеү ағзаларынан алған мәғлүмәтте үҙенсәлекле эшкәртеү кеүек билдәләр хас.