Элек уның башынан Бөрө ҡалаһының уттары күренгән. Шуға ла уны «Ҡала-тау» тип атағандар.
1975 йылда, Бөйөк Еңеүҙең 30 йыллығына арнап, Ҡала-тау башында 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған ауылдаштары хөрмәтенә мемориаль төҙөлә.
Оло Шаҙы ауылынан Бөйөк Ватан һуғышына 408 ир-егет китә. Шуларҙың 154-е генә иҫән-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта. 254 яугир һуғыш яландарында ятып ҡала.
«Ҡала-тау» мемориалына алып менгән киртләстәр һаны яу яландарында ятып ҡалған ауылдаштар һанына тиң. Мемориал Еңеү ордены төшөрөлгән стеланан, латундан эшләнгән һалдат һәйкәленән, Бөйөк Ватан һуғышынан әйләнеп ҡайтмаған һалдаттар исемлегенән торған бетондан эшләнгән хәтер таҡтаһынан һәм һуғыш ваҡытындағы ике пушканан тора. Мемориал майҙансығы аҡ гранит менән ҡапланған.
Ҡала-тау халыҡтың яратҡан урыны. Ауылға ҡунаҡтар, туристар килһенме, тәү сиратта, улар ошо тауға менә. Еңеү көнө йыл да Ҡала-тау башында үтә. Шаҙылар яуҙа һәләк булған ауылдаштары иҫтәлегенә мемориалға веноктар, сәскәләр һала.
Ауыл халҡы 1975-1980 йылдарҙа тауҙың итәгенә ҡарағай, шыршы ағастары ултыртҡан. Хәҙер бында ҡуйы урман үҫә.
Шаҙы халҡы был мемориалды «беҙҙең ғорурлығыбыҙ», ти.