Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
26 Март 2021, 06:46

Йүнселдәр күсмә офистарҙы көтөп ала

Ҡариҙел районындағы “Үҫеш нөктәһе” коворкингы “Минең бизнесым” үҙәгенең күсмә офисын ҡабул итте.

Сарала 40-ҡа яҡын бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкиле, Ҡариҙел һәм Мишкә райондарынан бизнес-шерифтар Денис Ирназаров менән Динар Мортазин ҡатнашты. Онлайн тәртибендә уҙғарылған консультацияларға Асҡын, Мишкә, Тәтешле, Балтас һәм Дүртөйлө райондары йүнселдәре ҡушылды.
Үҙәк белгестәре дәүләт ярҙамы, һалым ташламалары, льготалы кредиттар, лизинг һәм заем, эшмәкәрлек төрҙәренә субсидиялар, республикалағы күҙәтеү органдарының контроль ғәмәлдәрендәге үҙгәрештәр тураһында һөйләне. Сараны пленар өлөшөнән һуң эшҡыуарҙарҙы шәхси ҡабул иттеләр.
Мәғлүм булыуынса, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы, 2019 йылдың 1 ғинуарынан йүнселдәргә ярҙам күрһәтеү маҡсатында “Минең бизнесым” үҙәктәрен асыу буйынса федераль программа ғәмәлгә индерелгәйне. Әле иһә республика райондарында эшҡыуарҙарға консультация биреү йәһәтенән үҙәктең күсмә офистарына ихтыяж бик ҙур.
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас