Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
26 Март 2021, 12:09

Эшһөйәр, баҫалҡы гүзәл зат

Ҡариҙел районында йәшәүсе Ольга Аплекаева күптән түгел 55 йәшлек күркәм юбилейын билдәләне.

Ольга Аплекаева бәхетен ғаиләһендә һәм эшендә тапҡан. Ольга тыйнаҡ, уңған ҡатын, хәстәрлекле хужабикә, балаларының һөйөклө әсәһе. Уға 20 мартта 55 йәш тулды.
Ольга Николаевна 1966 йылда Иҫке Итҡусты ауылында тыуған. Мәктәпте тамамлағас, Бөрө 46-сы училищеһына тегеүсегә уҡырға инә. Диплом алғас, ҡалалағы тегеү фабрикаһында хеҙмәт юлын башлай.
1987 йылда Асҡыш ауылы егете Айрат Аплекаевҡа кейәүгә сыға. Йәш ғаилә район үҙәгенә күсенеп килә. Ольга Николаевна район тегеү цехына эшкә урынлаша һәм унда биш йыл эшләй.
1992 йылда Ольга Николаевнаны район хакимиәтенә йыйыштырыусы итеп эшкә саҡыралар. Бирелә уның хеҙмәт стажы 29 йыл. Учреждение хеҙмәткәрҙәре араһында ул хөрмәт ҡаҙанған, өлгөлө һәм оҙайлы хеҙмәте өсөн Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән.
1995 йылдан алып Аплекаевтар Йәштәр ҡасабаһында йәшәй. Уларҙың өйҙәрендә һәр ваҡыт бөхтәлек, тәртип, һәр әйбер үҙ урынында. Айрат Миңлеғәли улы менән Ольга Николаевнаның айырылмаҫ пар булып йәшәүҙәренә быйыл 34 йыл. Ике бала тәрбиәләп үҫтерҙе улар. Ҡыҙҙары Елена ире Евгений менән Норильскиҙа йәшәй, уларҙың Анастасия исемле ҡыҙҙары һәм улдары Николай үҫеп килә. Улдары Вадим Екатеринбург ҡалаһында төпләнгән, тормош иптәше Лилиә менән улдары Юраны тәрбиәләйҙәр.

Люция Карамова.
Азат Рәхмәтуллин фотоһы.
Читайте нас