Ике аҙна элек тиҙҙән Өфөлә баш архитектор вазифаһы бушай тигән хәбәр таралғайны. «Подслушано в Башкирии» телеграм-каналы хәбәр итеүенсә, Өфөнөң баш архитекторы урынына Башҡортостан Республикаһы Башлығының йәмәғәт киңлеген үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе Ольга Сарапулова тәғәйенләнә. Башҡортостан Республикаһының Ҡалаларҙы үҫтереү институты өсөн яуаплы. Институт федераль гранттар аҡсаһына Башҡортостан ҡалаларында йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү проекттарын ғәмәлгә ашыра. Бынан алда институттың матбуғат хеҙмәтендә Ольга Сарапулованың тәғәйенләнеүе тураһында мәғлүмәтте раҫлай ҙа, кире ҡаға ла алманылар.