Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
25 Март 2021, 12:05

Эшҡыуарҙарға ярҙам итеү маҡсатында

Ҡариҙел ауылының коворкинг үҙәгендә район эшҡыуарҙарының кәңәшмәһе үтте.

Сарала һүҙ кесе һәм урта бизнесҡа консультация һәм грант менән ярҙам итеү тураһында барҙы. Кәңәшмәне район хакимиәте башлығының иҡтисад, сәнәғәт һәм эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса урынбаҫары Денис Ирназаров асты.
— Бөгөн Ҡариҙел районында 11 кесе һәм 490 микропредприятие, шуларҙың 376-һы шәхси эшҡыуар һәм 125-е юридик берәмек, 95 крәҫтиән-фермер хужалығы эшләй, - тип белдереҙе ул. - 2020 йылда районда биш крәҫтиән-фермер хужалығы барыһы бергә 22 миллион һум грант алды.
Денис Ишназаров районда көнүҙәк булған бизнес төрҙәре, эшҡыуарҙарға ниндәй дәүләт ярҙамы булыуы тураһында ла һөйләне.
Башҡортостан Республикаһында кесе һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү механизмдары, “Минең бизнесым” үҙәгендә консультация алыу мөмкинлектәре тураһында кәңәшмәлә ҡатнашыусыларға БР-ҙың Эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү үҙәге етәксеһе Рөстәм Зөбәйеров һөйләне.
Сараның йомғаҡлау өлөшөндә “Минең бизнесым” үҙәге спикерҙары һәм кәңәшмәлә ҡатнашҡан ойошма етәкселәре шәхси ҡабул итеү үткәрҙе.

Люция Карамова.
Тимур Хәлимов фотолары.
Читайте нас