Нисек алдауҙы бөтөрөргә?
1. Аныҡ талаптар һәм тыйыуҙар булырға тейеш. Ҡылыҡтар өсөн асыҡ, баланы кәмһетмәгән санкциялар системаһын булдырығыҙ.
2. Бала менән даими рәүештә күңелгә ятышлы шөғөлдәргә тотоноғоҙ: ул үҙен ташланған тип тоймаһын, насар ҡылыҡ һәм провокация аша һеҙҙең иғтибарҙы йәлеп итеү теләге тыумаһын.
3. Ғаиләләге өлкәндәр араһындағы мөнәсәбәттәр тигеҙ булһын, үҙ-ара аңлашып йәшәргә тырышығыҙ. Юҡһа, бала әсә менән – атайҙы, атай менән бергә әсәйҙе тәнҡитләп ултырасаҡ.
4. Бала янында үҙегеҙҙең хаталарығыҙҙы таный һәм ғәфү үтенә белегеҙ. Хәлде төҙәтеү ысулдарын тәҡдим итегеҙ. Был баланы ҡыйын һәм үҙен ғәйепле тойған осорҙа үҙ-үҙенә бикләнеүҙән, алдауҙан һаҡлаясаҡ, ул аралашыуға барасаҡ.
Алдағанға нисек яуап бирергә?
1. Баланың ҡылығына ҡарата ҡәнәғәтһеҙлек күрһәткән мәлдә уйланығыҙ: ғаилә мөнәсәбәттәрендәге ниндәй хәл балаға ғәҙел булырға ҡамасаулай, ул ата-әсәнең ниндәй ҡылығынан ҡурҡа?
2. Әгәр бала алдағанын таныһа, маҡтағыҙ: “Ғәйебеңде танырға көс тапҡас, афарин. Бының еңел түгеллеген аңлайым. Әйҙә, хәлде төҙәтеү юлын бергә уйлайыҡ”.
3. Хәҡиҡәт билдәле икән, белмәмешкә һалышмағыҙ. Мәктәпкә бармауы тураһында хәбәр иттеләрме? “Дәрестә нимәләр булды?” – тип һорау урынһыҙ. Был алдауға этәрә. Тура әйтегеҙ: “Уҡытыусы шылтыратты. Ни өсөн мәктәпкә барманың?”
4. Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың вәғәҙәләренә бигүк ышанырға ярамай. Был йәштә вәғәҙәләрҙең үтәлмәүе – насар ниәт түгел, ә өлгөрөп етмәгәнлек билдәһе. Уны алдаҡта фашламағыҙ, ә уйланғанды-ниәтләгәнде тормошҡа ашырыу сараһын бергә уйлағыҙ.