Һөйләшеү барышынан мәғлүм булғанса, республикала тағы бер театр фестивале барлыҡҡа килеүе ихтимал. Проекттың йәмәғәт советы рәйесе Александр Кузьменко, киләһе йылдан декада барышында спектаклдәр күрһәтеп кенә ҡалмаҫҡа, ә улар буйынса фекер алышыу ҙа өҫтәргә кәрәк, тип тәҡдим индерҙе. Уның фекеренсә, актерҙарға театр белгестәренән дә һөнәри баһа алыу ҡамасауламаҫ ине. “Түңәрәк өҫтәл”дәге һөйләшеү буйынса яңылыҡтарҙы “Башинформ” агентлығы хәбәр итә.
Был проектттың республика буйынса кураторы, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова “Кесе Ватан мәҙәниәте” федераль проектының балалар һәм бәләкәй ҡалалар театрҙары өсөн айырыуса мөһим икәнен билдәләй. Был турала мәҙәни учреждениеларҙың матди-техник базаһы яҡшырыуға, декаданың бай программаһына ҡарап та фекер йөрөтөргә мөмкин. Э. Айытҡолова йылдан-йыл спектаклдәрҙең сифаты күтәрелгәнен, театр декадаһында аншлаг күҙәтелгәнен дә баһалай.
“Түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашҡан театрҙар етәкселәре проектты ойоштороусыларға рәхмәт әйтеп, үҙҙәренең фекерҙәрен дә еткерә. “Түңәрәк өҫтәл”дә шулай уҡ, проектҡа йөк транспорты һатып алыуҙы индерергә ине, ул гастролдәргә сыҡҡанда декорацияларҙы, кейемдәрҙе алып йөрөүгә уңайлы булыр, тигән теләк тә белдерелгән.
Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ: театр декадаһы барышында йәмғеһе 11 спектакль ҡуйыла. Өфөнөң төрлө сәхнәләрендә М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры, Сибай башҡорт драма театры, “Сулпан” балалар театры, Туймазы татар драма театры, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларының башҡорт драма театрҙары, Стәрлетамаҡ рус драма театры сығыш яһай.
Мәғлүмәт һәм фото: "Башинформ".