Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
23 Март 2021, 11:50

Федераль трассаларға яңы комплекстар ҡуйыла

“Башҡортостанда юл хужалығын үҫтереү буйынса дөйөм система саралары” төбәк проекты сиктәрендә 2020 йылда файҙаланыуға 471 фотовидеотеркәү комплексы индерелде.

Шуның менән бергә хәҙер республикала юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтарын фото- һәм видеотеркәү өсөн автоматик комплекстар һаны 1015 берәмеккә етте. Уларҙың 946-һы стационар комплекс, 63-ө күсереп йөрөтөлә торған һәм алтауһы мобиль. Башҡортостан аша үткән федераль трассаларҙа бөгөн 59 ошондай комплекс эшләй.
Быйыл да ошо йүнәлештәге эш дауам итәсәк. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, федераль кимәлдәге автомобиль юлдарына өҫтәмә рәүештә йәнә 100 берәмек фотовидеотеркәү комплексы ҡуйыласаҡ һәм уларҙың дөйөм һаны 159-ға етәсәк.
Комплекстар Р-240 "Өфө – Ырымбур" – 41 берәмек, М5 “Урал” – 32 берәмек, М-7 “Волга” – 20 берәмек, Өфөнө көнбайыштан урау юлы – ете берәмек ҡуйыласаҡ.
Бөгөнгә ҡарата комплестарҙы ҡуйыу урындары тикшерелгән, төҙөлөш-монтажлау эштәренә әҙерлек һәм иҫәпләү бара.
Был камераларҙы арттырыу тураһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә лә әйткәйне. Уның белдереүенсә, был юл селтәрендә күп авариялар булған урындарҙы кәметәсәк, һөҙөмтәлә, үлем осраҡтарын кәметәсәк.
– Беҙ ул камераларҙы кешеләрҙең кеҫәһенә инеү өсөн ҡуймайбыҙ. Ә улар иҫән-һау өйҙәренә – балалары, туғандары һәм яҡындары янына ҡайтып етһен өсөн эшләйбеҙ. Бының өсөн ҡайҙа фотовидеотеркәү камералары ҡуйыласаҡ, бар мәғлүмәт асыҡ булырға тейеш, - тине Радий Фәрит улы.
Комплекстарҙы ҡуйыу урындары тураһындағы көнүҙәк мәғлүмәтте республиканың Трнаспорт һәм юл хужалығы министрлығы һәм республиканың Юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәге сайттарында табырға була. Уларҙа баннерҙар урынлаштырылған, уның аша интерактив картаға күсергә була. Ундағы мәғлүмәт реаль ваҡыт тәртибендә яңырып тора. Карта менән http://svkrb.ru/kam/index.html һылтанмаһы аша инеп танышырға була.
Фото: ok.ru
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас