Шулай уҡ район хакимиәте башлығы урынбаҫары Лариса Александрова, Мишкә үҙәк район дауаханаһы баш табибы Валерий Гәрәев ҡатнашты. Осрашыу барышында Павел Владимирович райондың бөгөнгө уңыштары, мәсьәләләре һәм районға ҡайтыусы йәш белгестәргә ярҙам төрҙәре тураһында һөйләне. Валерий Юрьевич асыҡ вакансиялар менән таныштырҙы.