Тушҡыр ауыл мәҙәниәт йорто һәм китапхана хеҙмәткәрҙәре берлегендә ойошторолған Науруз байрамы быйыл да бик матур, күңелле уҙҙы. Милли йолаларҙы иҫкә төшөрөп, Науруз таҡмаҡтары, йомаҡтар әйтелде, шулай уҡ ауыл халҡы һәм ҡунаҡтар төрлө конкурстарҙа ҡатнашты. Ауыл биләмәһе башлығы Булат Фирүз улы Әғәләмов барыһын да байрам менән ҡотлап, һәр ғаиләгә сәләмәтлек, именлек һәм муллыҡ теләне.
Йылы ҡоймаҡ менән сәй эсеү һәм “Ҡарға бутҡаһы” менән һыйлау ҙа ойошторолдо.