Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
22 Март 2021, 10:54

Һәләтлеләр бүләкләнде

Ошо көндәрҙә Балтас районы Мағашлы-Алмантай ауыл клубында “Яндар йук” (“Звонкие голоса”) мари йыры һәм таҡмаҡтары район конкурсының гала-концерты үтте. Бәйгегә онлайн форматта һигеҙ вокаль һәм фольклор коллективы, 11 кесе ансамбль, 15 яңғыҙ йырсы сығыштарын ебәрҙе, уларҙы жюри баһаланы.

Гала-концертта шулай уҡ райондың “Эрвел марий” милли-мәҙәни автономияһы ойошторған “Уйна, гармун!” онлайн-бәйгенең еңеүселәре лә бүләкләнде. Краснокама районынан 3-сө класс уҡыусыһы Иван Петраев Гран-приға лайыҡ булды, ул үҙе һәм атаһы Андрей Юрьевич менән сығыш яһап, тамашасыларҙың дәррәү алҡыштарын яуланы.
“Яндар йук” мари йыры һәм таҡмаҡтары район конкурсының Гран-при бүләгенә мари халыҡ йырын моңло башҡарып, Мағашлы-Алмантайҙан Алена Аликаева лайыҡ булды. 1-се урындарҙы Туҙлуба ауыл клубының “Вис-вис” фольклор коллективы, Йәнтимер ауылынан Риф һәм Дмитрий Апляевтар дуэты, Мағашлы-Алмантайҙан Дания Басурина һәм Туҙлубанан Людмила Вәлиуллина яуланы. 2-се урындарҙа — “Ужара” исемен йөрөткән ике коллектив, Мағашлы-Алмантай ауыл клубыныҡы һәм Краснокама районынан, Мишкәнән “Ар Мишкан”, шулай уҡ Мағашлы-Алмантайҙан Артур Сайпанов, Олег Альмакаев һәм Иван Фәтхуллин, Мишкә ауылынан Зоя һәм Роза Ибакаевалар, Валентина Ибаева триолары, үҙе Нефтекама ҡалаһында йәшәп тыуған ауылы Янаҡтай өсөн сығыш яһаған Тамара Кильмаева, Мишкәнән Игорь Ибаев. 3-сө дәрәжә дипломдарға Юғары Янаҡтайҙан “Горница”, Йәнтимерҙән “Пеледыш”, Иванайҙан “Арвий” вокаль һәм фольклор ансамблдәре, Туҙлубанан Лидия Кәлимуллина, Мария Илтыкаева, Иванайҙан Рида Калитова, Валентина Макарова дуэттары, Мағашлы-Алмантайҙан дәртле таҡмаҡтары менән тулы зал тамашасыларҙың күңелен яулаусы Артур Сайпанов, Иванайҙан Марита Калиева һәм Мишкә ауылынан йәш йырсы Галина Закирйәнова эйә булды.
Күп башҡарыусылар төрлө номинацияларҙа билдәләнде.
Гөлнара Шәймөхәмәтова.
Балтас районы.
Читайте нас