Асыҡланыуынса, былтыр республиканың Инвестиция порталындағы иң популяр яҙма булып, муниципалитеттарҙа һәм Республика йортонда ойошторолған эшҡыуарлыҡ һәм инвестиция сәғәттәрендә ҡатнашыу өсөн яҙылыу булған.
Эшҡыуарҙар сәғәтендә ҡатнашыу өсөн былтыр 3225 ғариза килгән. Уларҙың иң ҙур өлөшө ауыл хужалығы тармағына тура килә – 1261. Артабан сауҙа – 417, сәнәғәт – 248. Ғаризаларҙың иң күбе Ғафури районынан – 170. Благовещен һәм Кушнаренко райондары 111-әр ғариза алған, Туймазы – 104.
1480 заявка буйынса эшҡыуарҙар район һәм ҡала хакимиәттәре тарафынан ярҙам алған.
Проект хаҡы 100 миллион һумдан кәм булмаған инвесторҙар ярҙам алыуҙың иң һөҙөмтәле кимәле – Башҡортостан Башлығы үткәргән “Инвестиция сәғәтенә” сыға ала. Былтыр бындай 126 заявка килгән. Бындағы иң популяр өлкәләр – сәнәғәт, төҙөлөш, ауыл хужалығы.
Иң күп инвестиция проекттары Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында, Кушнаренко һәм Өфө райондарында тормошҡа ашырыла.
Геннадий Разумикин белдереүенсә, Башҡортостандың Инвестиция порталы 2019 йылда эш башлағайны. Былтыр улар 2 миллион ҡарау йыйған, уртаса инеү һаны – 6 мең самаһы кеше. 2020 йыл аҙағында уникаль ҡулланыусылар һаны 200 мең кешегә еткән. Быйыл иһә был күрһәткесте 500 меңгә еткерергә планлаштырлар.
Яндекс.Метрика сервисы мәғлүмәттәре буйынса, Инвестиция порталына Ҡытай, Төркиә, Германия һәм башҡа илдәрҙән ингәндәр байтаҡ.
Порталға ингән кешеләрҙе тәү сиратта бизнес-лента, инвестиция проекттары витринаһы, финанс ярҙамы төрҙәре тураһындағы бүлек, инвестиция картаһы ҡыҙыҡһындыра. Шулай уҡ инвестиция һәм эшҡыуарлыҡ сәғәттәрендә ҡатнашырға теләгәндәр күп.
– Порталда барлығы 174 төр ярҙам сараһы тәҡдим ителгән. Ҡулланыусыларҙың инеп ҡарауын иҫәпкә алғанда, иң нығы һалым һалыуҙың ябайлаштырылған системаһы буйынса ставкаларҙы кәметеү, бәләкәй бизнес өсөн займдар, бәләкәй бизнес өсөн төп сараларға лизинг ҡыҙыҡһындыра, – тине министр.