Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
22 Март 2021, 10:27

Былтыр көҙҙән алып Башҡортостандың хеҙмәт баҙарындағы хәл даими яҡшыра – Ленара Иванова

Былтыр көҙҙән алып хеҙмәт баҙарындағы хәл даими яҡшыра, тип белдерҙе Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы башлығы Ленара Иванова республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә.

Теркәлгән эшһеҙлек кимәленең ҡырҡа – биш тапҡырға тиерлек артыуына ҡарамаҫтан, COVID-19 пандемияһы осоронда республиканың хеҙмәт баҙарында күпләп ҡыҫҡартыуҙар булманы, тип билдәләне ул.
«Былтыр көҙҙән башлап хәл даими яҡшыра. Ошо йылдың 16 мартына ҡарата, Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы буйынса эшһеҙҙәр һаны 19 меңгә — 127 меңдән 108 меңгә, ә теркәлгән эшһеҙҙәр — 47,5 меңдән ашыу кеше – 129 меңдән 81,5 меңгә тиклем кәмене, — тине Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры. — Һис шикһеҙ, иҡтисадты көйләү, күрелгән саралар һәм мәшғүллек хеҙмәтенең аныҡ эше ыңғай роль уйнаны».
Фото: Олег Яровиков
Галина Бахшиева
Читайте нас