Сер түгел, үҙ ҡулың менән эшләгән әйбер матурыраҡ та, ҡәҙерлерәк тә була. Әсәй-өләсәйҙәребеҙҙән мираҫ булып ҡалған яҫтыҡ-мендәрҙәр, сағыу балаҫтар, таҫтамалдар күп йорттарҙы бөгөн дә биҙәй. Ишмәмәт ауылында йәшәүсе Тәүсиә апай Әхмәтова ла әсәһе үҙ ҡулы менән һуғып, бирнә итеп тапшырған балаҫты иң ҡәҙерле әйбер итеп һаҡлай. Ошо өлгөгә ҡарап, ул балаҫ һуғыу серҙәренә өйрәнергә теләй.
Тәүсиә апай — Дауытлар ауылы ҡыҙы. Ул бәләкәй саҡта ауылда һәр йортта тиерлек балаҫ, таҫтамал, карауат япмаһы кеүек әйберҙәр ҡулдан эшләнгән. Атаһы Фәһим яһаған балаҫ һуғыу станогын Тәүсиә апай бөгөн дә ҡәҙерләп һаҡлай.
— Беҙ өс бала үҫтек: ике ҡыҙ һәм бер малай. Мәктәптән ҡайтҡас, тамаҡ ялғап алыу менән, кем беренсе өлгөрә, уҙышып тиерлек ошо станок артына барып ултыра торғайныҡ. Әсәй кеүек оҫта итеп, сәскәләп, биҙәкләп һуғырға өйрәнеү теләге көслө ине беҙҙең, — тип һөйләй Тәүсиә Фәһим ҡыҙы. — Беҙҙең әсәй кәтүк ебенән таҫтамал һуҡты. Кәтүк ебенең төрлө төҫтәгеһен ауыл ерендә һатып алыу ҡыйыныраҡ булғас, аҡ епте сырмалтмай ғына һүтеп-урап, төрлө төҫкә манып, киптереп, сеймал әҙерләй ине. Унан төрлө нағыштар менән биҙәлгән бик матур таҫтамалдар килеп сыға торғайны. Әлбиттә, йоҡа ғына епте сырмалтмай, сейәләндермәй генә таҫтамал һуғыу беҙҙең кеүек балаларға ауырыраҡ. Шуға беҙ тәүҙә таҫма (лента) һуғырға өйрәндек.
Тәүсиә апайҙың таҫма тигәне йоҡа мунсаланан, әлегесә әйткәндә, ”дорожка” балаҫына оҡшаған әйбер. Йүкә ағасының ҡайырыһын алып, уны һыуға батырып ҡуйып, мунсалаһын алалар. Шуның арҡырыһы ла, буйы ла мунсаланан булып, оҙон таҫма (лента) һуғыла. Ошо эштә ҡул сыныҡтырған ҡыҙҙар, әсәләренә эйәреп, туҡыманан, ептән балаҫ һуға башлай.
— Әсәйҙең бирнәгә тип һуҡҡан балаҫы бик матур, уны ҡәҙерләп һаҡлайым. Төрлө ҙурлыҡтағы һәм төҫтәрҙәге сәскәләр менән биҙәлгән ошо ҡомартҡы өлгөһөндә балаҫ һуғыу нескәлектәренә өйрәнергә теләйем. Аллаға шөкөр, 93 йәшен тултырған әсәйем иҫән-һау, һораһам, теләп өйрәтәсәк, — тип һүҙен дауам итә ҡул эше оҫтаһы.
Биш балаға ғүмер бүләк иткән Тәүсиә апай балалары бәләкәй саҡта кейемде үҙе тегеп, бәйләп кейҙереп үҫтерә. Ойоҡбаштан алып пальтоларға тиклем бәйләй ул балаларына. Хаҡлы ялға сыҡҡас, ултырғыс япмалары, салфеткалар, сәскәләр, төрлө уйынсыҡтар бәйләп, өйөн биҙәй, йәш сағында яратып башҡарған сигеүҙе лә яңыртып ебәрә. Уның ҡул эштәренең иң үҙенсәлеклеләре, иң матурҙары районда үткәрелгән төрлө сараларҙа, бәйгеләрҙәге күргәҙмәләргә ҡуйыла.
Үҙенең ҡул эштәре менән әйләнә-тирәгә матурлыҡ өләшеүсе Тәүсиә Фәһим ҡыҙына ҡарап һоҡланмаған кеше юҡтыр. Күҙҙәренән генә түгел, ҡулдарынан да нур тама бит уның.