Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
19 Март 2021, 03:00

Һөҙөмтәле һәм фәһемле осрашыу

Урмияҙ ауыл китапханасыһы Маргарита Әүхәҙиева ағинәйҙәр менән берлектә уҡыусылар өсөн түшелдерек тегеү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.

«Бөгөн заманса түшелдерек, һаҡал, селтәр тағып йөрөү модала. Тик уларҙы тағып йөрөргә теләгән ҡыҙҙар биҙәүестәрҙе ҡайҙан алырға белмәй. Шуға ла беҙ ағинәйҙәр менән бергәләп Урмияҙ мәктәбенең 6-сы һәм 7-се класс ҡыҙҙары өсөн түшелдерек эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙек. Башҡорт теле уҡытыусыһы Ралия Әхмәтдинова ҡыҙҙар менән ауыл китапханаһына килде. Белгәндәре менән уртаҡлашырға әүҙем ағинәйҙәребеҙ Сәлимә апай Әбүбәкерова, Эльвира апай Суфиярова, Әминә апай Шәмсунова, Альфира апай Ҡыямова, Мөсәймә апай Хисмәтуллина ихлас ризалашты. Ҡыҙҙар өсөн биҙәүестәр тураһында гәзит-журналдарҙа баҫылған һәм Светлана Шитованың «Башҡорт халыҡ кейеме» китабындағы мәғлүмәттәрҙе әҙерләнем. Тәүҙә түшелдеректең тарихы һәм башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының тормошонда уның әһәмиәте тураһында һөйләнем. Түшелдеректәрҙең төрҙәрен дә асыҡлап, ҡарап үттек. Артабан Сәлимә Әнүәр ҡыҙы рухи ҡомартҡыларыбыҙҙы өйрәнергә, уларҙы ҡәҙерләргә кәрәклеге хаҡында бик матур итеп ҡыҙҙарға фәһемле мәғлүмәт еткерҙе. Ул түшелдерек эшләү үҙенсәлектәрен аңлатҡас, бергәләп эшкә тотондоҡ. Ҡыҙҙар бик теләп, тырышып эшләне. Тик күҙҙең яуын алыр хәситәләр,һаҡал, селтәр, түшелдеректәр эшләү, белеүегеҙсә, түҙемлек һәм ныҡышмалылыҡ талап итә. Бер ултырыуҙа тулыһынса өлгөрөп булманы, шуға эште хеҙмәт дәрестәрендә тамамлап, тағы ла осрашырға һүҙ ҡуйышып таралыштыҡ. Минеңсә, күңел йылыһын, күҙ нурын түгеп эшләнгән әйбер бер ваҡытта ла ҡиммәтен юғалтмай. Бындай осрашыуҙар бик кәрәк», - тип һөйләне Маргарита Әүхәҙиева.
Теманы дауам итеп...
Түшелдерек төрҙәре: Алмиҙеү- ҡатын-ҡыҙ түш биҙәүестәре, аҫтан түңәрәкләнеп, йәки төҫтәге туҡыманан уҡа һәм тәңкә менән тегеү һәм сигеү юлы менән яһалған, күлдәк өҫтөнән кейелә. Иҙеү- ҡатын-ҡыҙҙарҙың түшен биҙәү өсөн тәңкә баҫып, уҡа һалып тегелгән күлдәк өҫтөнән кейә торған биҙәү әйбере. Хәситә — тәңкә тағылған йәки буй туҡымаға ваҡ аҡса, тәңкә, төймә, ҡабырсыҡ, аҫылмалы биҙәктәр теҙеп тегелгән, ҡатылыҡ өсөн эстән ҡатырҡы кертелгән биҙәнгес.
Һаҡал- ҡатын-ҡыҙҙың аҫтан түңәрәгерәк итеп, уртаһына шау тәңкә, ситенә мәрйен баҫып яһалған күкрәк биҙәүесе. Әмәйлек- өс рәт итеп теҙелгән шау көмөш тәңкәнән торған, күкрәккә ҡыйыҡса итеп кейелә торған биҙәү әйбере. Яға- ҡатын-ҡыҙ түшенә кейә торған тәңкә, мәрйендән ғибәрәт биҙәнеү әйбере. Мәрйен-муйынсаҡ (коралл). Ҡортмош- биҙәүес итеп ҡулланылған ваҡ ҡына диңгеҙ ҡабырсағы.
Маргарита Әүхәҙиева фотолары.
Читайте нас