Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
18 Марта 2021, 02:35

«Уф, тимәнем, баш эймәнем елдәргә, дауылдарға»

Борай район Мәҙәниәт йортонда билдәле журналист, шағир, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Файыҡ Мөхәмәтйәновтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған әҙәби-музыкаль кисә үтте.

Борай район Мәҙәниәт йортонда Оло Баҙраҡ ауылында тыуып үҫкән билдәле журналист, шағир, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Файыҡ Мөхәмәтйәновтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған әҙәби-музыкаль кисә үтте. Уны район китапханалар системаһы менән район Мәҙәниәт йорто берлектә ойошторҙо. Кисәне әҙиптең ҡатмарлы ла, ауыр ҙа, мәғәнәле һәм өлгөлө тормош һәм ижад юлы хаҡында йөрәктәргә үтеп инерлек фәһемле йөкмәткеле, үҙенең һәм сара геройының шиғри юлдарын ҡушып, ҡәләмдәше менән йылы осрашыу хәтирәләрен өҫтәп, шағирә, журналист, Башҡортостандың “Сәхипжамал” татар ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһының район бүлексәһе етәксеһе Рафиға Усманова алып барҙы.
Кисәлә Башҡортостан Яҙыусылар союзы исеменән шағир, журналист М. Сәлимов, кисәнең геройы үҙенең күп йыллыҡ фиҙаҡәр журналистлыҡ хеҙмәтен һалған “Башҡортостан” гәзите журналисы Д. Арысланова, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Г. Нуртдинов, китапханалар системаһы директоры, район-ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе М. Йәнгировта тыуған ил, тыуған ерҙең ысын патриоты булып ҡалған Файыҡ Мөхәмәтйәнов хаҡында йылы тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Осрашыу әҙиптең ауылдаштары, яҡташтары, туғандары сығыштары, район үҙешсәндәренең дәртле йыр-бейеүҙәре менән үрелеп барҙы.
Венера Арысланова.
Борай районы.

Читайте нас