Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
18 Март 2021, 07:45

Рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлаусы

Бөрө ҡалаһында йәшәүсе Ирина һәм Марат Рәхмәтуллиндар балаларына күркәм тәрбиә бирә.

Бөрө ҡалаһында йәшәүсе Ирина һәм Марат Рәхмәтуллиндарҙың татыу ғаиләһендә өс бала тәрбиәләнә. Ғаилә башлығы төҙөгән иркен өйҙә сабыйҙарға уңайлы һәм йылы. Ҡунаҡтарҙы бирелә башҡорттарға хас ихласлыҡ һәм мул ризыҡлы табын менән ҡаршылайҙар.
Марат Тимерғәли улы — физика-математика фәндәре кандидаты, доцент, БДУ-ның Бөрө филиалында физика-математика факультетында белем бирә. Ирина Геннадьевна Пенсия фондында белгес булып эшләй. Улар икеһе лә башҡорт ғаиләһендә тыуған, тамырҙары рус милләтенә лә барып тоташа. Ғаиләләрҙә милли традициялар, ғөрөф-ғәҙәттәр һаҡлана, халыҡ байрамдарын билдәләйҙәр. Ете быуынға тиклем шәжәрәләрен беләләр.
Ғаилә башлығы сығышы менән Бөрйән районынан. Ирина — Юғары Тәтешленән. Улар Бөрө ҡалаһында таныша, икеһе лә педагогия институтының физика-математика факультетында белем ала. Юғары уҡыу йортон тамамлағас, Марат Тимерғәли улы Стәрлетамаҡ ҡалаһында аспирантураға уҡырға инә, ә Ирина Геннадьевна Нефтекамала уҡыта башлай. Ваҡытлыса айырылышыу егет менән ҡыҙҙың хистәрен нығыта ғына. Бер аҙҙан йәштәр өйләнешә һәм ғаилә башлығы аспирантураны тамамлағандан һуң, Бөрөгә ҡайтып төпләнәләр. Туй милли йола буйынса үткәрелә. Башта ҡыҙҙы кейәүҙең ата-әсәһе һәм туғандары һоратып килә, никах көнөн билдәләйҙәр, никах уҡығандан һуң килен кейәү йортона төшә.
Бер нисә йыл ата-әсә йортонда йәшәгәндән һуң, Рәхмәтуллиндар яңы йорт төҙөй башлай. Ташламалы программа буйынса Телеүҙәктә 10 сутый ер участкаһы һатып алалар, кредит ярҙамында төҙөнөп, ике йылдан яңы өй туйлайҙар.
Ғаилә бәхете — балаларҙа. Был яҡтан Рәхмәтуллиндар өсләтә бәхетле.
— Бала тыуғандан һуң, йола буйынса ҡорбан салдырҙыҡ. Мулла Ҡөрьән уҡып, исем ҡушты. Ҡорбанлыҡты өскә бүлеп, мәсеткә илтәбеҙ, мохтаждарға таратабыҙ һәм ҡунаҡ өҫтәленә ҡалдырабыҙ, — тип һөйләй Ирина Геннадьевна.
Балалар бер-береһенә терәк булып үҫеп килә. 6-сы класта уҡыусы Рүзәл мәктәптә башҡорт фольклоры коллективында шөғөлләнә. Уҡытыусыһы Айгөл Фәрдәт ҡыҙы Саҙрыева уҡыусыһын маҡтап ҡына тора. 2-се класта белем алыусы Арыслан футбол менән мауыға, мәктәптә башҡорт телен ихлас өйрәнә. Бәләкәс Гүзәлгә әле өс кенә йәш. Ғаиләлә ике телдә лә аралашалар. Башҡорт йырҙарын тыңларға яраталар. Туған телгә өйрәтеүҙә өләсәйҙәрҙең дә өлөшө ҙур.
— Ғаилә һәм тыуған өй — икмәк һәм яҡтылыҡ кеүек. Улар һәр милләт кешеһе тормошондағы иң изге һәм мөһим ҡиммәттәр. Башта — беҙҙе тыуҙырған атай-әсәйебеҙ ғаиләһе. Унда беҙ тормош мәктәбен үтәбеҙ, изгелеккә, яҡшылыҡҡа өйрәнәбеҙ. Артабан үҙебеҙ ғаилә ҡорабыҙ. Ғаиләле булыу ауыр түгел, уны һаҡлап ҡалыу ауырыраҡ. Бының өсөн түҙемле, сабыр булырға, бер-береңде аңларға, ғәфү итергә өйрәнергә кәрәк, — ти Марат Рәхмәтуллин.
Ольга Платонова.
Степан Чиглинцев фотоһы.
Бөрө ҡалаһы.
Читайте нас