“Баҡсабыҙҙа Науруз байрамы бик күңелле үтте. Мин үҙем өләсәй ролен башҡарҙым. Минең янға ҡунаҡҡа өлкән ҡыҙҙар ролен башҡарыусы тәрбиәселәр Ләйсән Әүхәҙиева менән Лениза Хәбибуллина, музыкаль етәксе Наилә Кәримова балалар менән ҡунаҡҡа килде. Ошо өс ҡыҙ араһынан байрам аҙағында Наурузбикәне һайланыҡ. Бының өсөн уларға көн торошон юрарға, йомаҡтарға яуап табырға һәм башҡа һынауҙарҙы үтергә кәрәк ине. Һөҙөмтәлә иң күп мәрәй йыйыусы Лениза Хәбибуллина Наурузбикә булып һайланды. Балалар менән бергәләп беҙ уны сағыу кейемдәргә кейендерҙек.
Йола буйынса балалар миңә ауыҙ итергә муллыҡ, байлыҡ, туҡлыҡлылыҡ , ырыҫ билдәһе булған бойҙай алып килде. Мин балаларға Науруз байрамы тураһында һөйләп, уның нимә аңлатыуын төшөндөрҙөм. Науруз — яңы йыл, яңы көн тигәнде аңлата. Ул көндө көн менән төн тигеҙләшә. Бына шунан һуң көн оҙоная башлай. Хәҙерге ваҡытта Науруз байрамы ҡышты оҙатыу, яҙҙы ҡаршылау байрамы булараҡ билдәләнә.
Балалар менән йырҙар йырлап, бейеүҙәр бейеп, шиғырҙар һөйләп был йола байрамын билдәләнек. Күңелле спорт ярыштары һәм уйындар ҙа бик оҡшаны кескәйҙәргә. Малайҙар уйынсыҡ аттарға атланып сапты, бергәләп сәпкә атты, арҡан тартты — ҡыҫҡаһы балалар баҡсаһы алды гөж килде был көндө.
Артабан ҡыш макетын әҙерләп, изге теләктәр юллап, теләктәребеҙҙе әйтеп, ниндәй насарлыҡтарҙан, уңышһыҙлыҡтарҙан, бәләләрҙән ҡотолорға теләгәнебеҙҙе әйтеп, ҡышты оҙаттыҡ.
Ләйсән Әүхәҙиева фотолары.