Ирекмәндәрҙең төп өлөшөн ауыл биләмәләре хакимиәттәрендә йәштәр менән эшләүсе белгестәр, район йәштәре һәм башҡалар тәшкил итә. Клуб ҡарамағында колл-үҙәк эшләй, унда шылтыратыуҙар ҡабул ителә, ышаныс телефонында психолог эшләй.
20 октябрҙән әлегә тиклем ирекмәндәр 84 заявка үтәгән, өлкәндәргә, инвалидтарға, күп балалы ғаиләләргә бушлай 183 аҙыҡ-түлек тупланмаһы илтеп биргән.
Ошо көндәрҙә, ҡар күп яуыу сәбәпле, Байҡы ирекмәндәре Валентина Ананьевна Зайцева һәм Любовь Павловна Моисееваның ихаталарын ҡарҙан таҙартты. Ветерандар уларға оло рәхмәттәрен әйтте. Ололарҙың ихаталарын ҡарҙан таҙартыу акцияһы артабан да дауам итәсәк. Бынан тыш ирекмәндәр утын яра, кибеткә, дауаханаға бара, өй һәм йорт эштәрендә булыша.