Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
17 Март 2021, 09:55

Шахматсыларыбыҙ һынатманы

Ошо көндәрҙә Үрге Тәтешле ауылында мәғариф ойошмаларының мәктәп спорт клубтары араһында Башҡортостан Республикаһы мәктәп уҡыусыларының XXIII спартакиадаһы иҫәбенә шахмат буйынса төбәк ярыштары үтте. Унда районыбыҙ данын уҡытыусы Рөстәм Ҡәлфәт улы Ғаязов етәкселегендә Иҫке Ҡаҙансы мәктәбе уҡыусылары яҡланы.

Бәйге Тәтешле районында “Спорт — йәшәү рәүеше” төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ойошторола. Турнирҙа Мишкә, Тәтешле, Ҡалтасы, Борай, Ҡариҙел, Балтас райондарынан килгән командалар көс һынаша. Асҡын районы данын “Аҡ ладья” республика бәйгеһенең район этабында ике йыл рәттән еңеү яулаған Иҫке Ҡаҙансы мәктәбе командаһы лайыҡлы яҡланы. Йәш булыуҙарына ҡарамаҫтан, Инсаф Әхмәтғәлиев өсөнсө таҡтала 1-се урын, шулай уҡ үҙ таҡталарында Айназ Шәйхинуров — 4-се, Фидан Ҡаҙыханов — 5-се һәм Рәмилә Әхмәтғәлиева 6-сы урын яуланы.
Илһөйәр Махатова.
Читайте нас