Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
11 Март 2021, 10:20

Бар күңелен һала эшенә

Мишкә район Мәҙәниәт һарайында эшләүсе Римма Сәмиева башҡорт мәҙәниәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индерә.

Шундай ҡатындар бар: улар карьераларын балалар тәрбиәләү һәм йорт мәшәҡәттәре менән бергә уңышлы алып бара, ғаилә усағын һаҡлай, шул уҡ ваҡытта үҙҙәренең мөләйемлеге, һылыулығы, илһамландыра һәм күңел йылыһы бирә белеүе менән дә һоҡландыра. Мишкә ауылында йәшәүсе Римма Сәмиева нәҡ шундай гүзәл зат.
Мишкә районының Уръяҙы ауылында Роза һәм Фәсих Ҡадиҡовтарҙың ишле ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килә ул. “Ғөмүмән, мин үҙемде бәхетле кеше тип һанайым, мине яҡлашырға ағайым, серләшергә апайым, ҡурсаларға ҡустым бар”, — ти Римма Сәмиева.
Мәктәпкә ул һигеҙ йәшендә бара. Уҡый, яҙа белгән була. Эмма апаһы биш йәшенән уҡырға өйрәтә, китапҡа һөйөүҙе лә ул тәрбиәләй. Мәктәптә тик яҡшы билдәләргә өлгәшә, ғөмүмән, бар фәндәр ҙә уға еңел бирелә. Мәктәп йылдарында төрлө конкурстарҙа, ярыштарҙа, мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша.
— Апайым менән ауыл китапханаһына йөрөгән саҡтар иҫтә ҡалған. Китапхана тик киске яҡта ғына эшләй. Апайым уҡырға бик ярата ине һәм иптәшкә мине ала торғайны. Уға эйәреп мин дә китаптар алып ҡайтам. Шул ваҡыттан минең китапҡа һөйөүем ҡалған. Бигерәк тә башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәрен уҡырға яратам, — ти Римма Фәсих ҡыҙы.
Мәктәпте уңышлы тамамлаған ҡыҙ Благовещен ҡалаһының педагогия училищеһына уҡырға инә. Бында ла белем усағы тормошонда ҡайнап йәшәй. Уҡыу йортон уңышлы тамамлап, ҡулына башланғыс кластар уҡытыусыһы дипломын ала. 1990 йылдың авгусында йәш белгес Уръяҙы ауылында башланғыс кластар уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай. Баштан уҡ Римма Сәмиеваға аҙ комплектлы кластарҙа эшләргә тура килә. Балаларҙы яратҡан уҡытыусы һайлаған һөнәренә бар күңелен һала.
Хәрби хеҙмәттән ҡайтҡан ауылдашы Альберт Сәмиев менән оҙаҡ ҡына дуҫлашып йөрөгәндән һуң, 1995 йылдың мартында ғаилә ҡоралар. Тормош иптәше колхоз рәйесе водителе булып эшләй. 1996 йылда ғаиләгә йәм өҫтәп, улдары Шамил тыуа. Бик матур урынлашып, тормош көткәндә 1990-1995 йылдар шауҡымы Уръяҙы ауылына ла ҡағыла. Колхоз тарҡала башлағас, күп кеше эшһеҙ ҡала. Халыҡ ауылдан китә башлай. Мәктәп тә ябылыу хәленә ҡала. Мишкәгә күскәс, ҡыҙҙары Лилиә тыуа. Декрет ялынан һуң мәктәптәрҙә эш эҙләп ҡарай, ләкин урын булмай. Мишкә ауыл Советы рәйесе Муллахан Ханов уны ерҙе файҙаланыу буйынса белгес итеп эшкә саҡыра. Бында ике йылға яҡын эшләй Римма Фәсих ҡыҙы. Был эш уның күңеленә ятмай һәм ул үҙ һөнәре буйынса вакансия эҙләй. Һөҙөмтәлә Уръяҙыға йөрөп эшләргә ризалаша. Бик ауыр ваҡыттар була уның өсөн был осор. Балалар бәләкәй, уларҙы балалар баҡсаһына иртә менән алып барырға, автобус булмаһа, осраған машинаға эләгеп Уръяҙыға тиклем ҡайтырға кәрәк. Ҡайһы ваҡыт ҡышҡы бурандарҙа йәйәү йөрөргә лә тура килә. Дәрестәрҙән һуң балаларҙы баҡсанан алып өлгөрөргә кәрәк. “Көслө буран, һыуыҡ көндәрҙә ауылда ҡалырға ла тура килә торғайны. Альберттың да эше тынғыһыҙ. Ҡайһы саҡта балаларҙы баҡсанан күршеләр ала ине”, — тип хәтерләй ул.
Уҡыу йылын тамамлағас, бәләкәй балалар менән улай йөрөп эшләп булмаясағын аңлаған Римма тағы ла эш эҙләй башлай. Шул ваҡыт таныштары уны район Мәҙәниәт йортона эшкә саҡыра. Әммә бында ваҡытлыса ғына балалар һәм үҫмерҙәр менән эшләүсе методист вазифаһын тәҡдим итәләр. Римма Сәмиева оҙаҡ уйлағандан һуң ризалаша. Шулай 2005 йылдан ул район Мәҙәниәт йортонда хеҙмәт юлын башлай. Күпмелер эшләгәс, уны программист һәм башҡорт теле буйынса методист итеп күсерәләр.
— Ниһайәт, үҙемдең урынымды таптым. Эшем күңелемә ятты, ҙур теләк менән ашҡынып килә инем. Шуға күрә Стәрлетамаҡ мәҙәниәт училищеһына ситтән тороп уҡырға индем. Дүрт йыл режиссерлыҡҡа уҡыным. Иң көслө уҡытыусыларҙың береһе Флүрә Мотаһар ҡыҙы Хөсәйенова төркөмөнә эләктем. Мин уға бик рәхмәтлемен, Стәрлетамаҡтан мин төплө белем һәм бай тәжрибә алып ҡайттым, — ти Римма Сәмиева.
Римма Фәсих ҡыҙы районда башҡорт мәҙәниәтен үҫтереү буйынса күп саралар ойоштора, Оло Шаҙы ауылы халҡы менән әленән-әле республика конкурстарында ҡатнашалар. “Салауат йыйыны”, “Шәжәрә”, “Ауаз” республика конкурстарында призлы урындар яуланылар.
2009 йылда Сәмиевтарҙың ғаиләһендә өсөнсө балалары Ләйсән тыуа. 2010 йылда тырыш хеҙмәткәрҙе ойоштороу-методик кабинеты мөдире итеп тәғәйенләйҙәр. Бына 11 йыл ул ошо вазифала уңышлы эшләй. Маҡсатсан, ижади эшләүсе белгес ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетына Социаль-мәҙәни эшмәкәрлек факультетына уҡырға инеп, юғары белем ала.
Римма Фәсих ҡыҙының фиҙаҡәр хеҙмәте лайыҡлы баһалана. Ул Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығының, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының, район хакимиәтенең Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттарына лайыҡ була.
Римма Сәмиева уңған хужабикә лә. Ихатаһында ниндәй генә сәскәләр үҫмәй уның! Ҡош-ҡорт, ҡуян аҫрайҙар, баҡса үҫтерәләр. Тырыш ғаилә бына тигән ҙур йорт һалып сыҡты. Ғаилә башлығы балыҡсы булғанға, буш ваҡыттарында балыҡ тоторға, шулай уҡ еләк-емеш йыйырға яраталар.
— Буш ваҡытым минең бик аҙ, сөнки, ғәҙәттә, кеше ял иткәндә беҙ эшләйбеҙ. Шулай ҙа буш ваҡыт килеп сыҡһа, китап уҡырға яратам. Ноғман Мусин, Һәҙиә Дәүләтшина, Зәйнәб Биишеваның әҫәрҙәрен ҡат-ҡат, илай-илай уҡыйым, — ти ул.
Район башҡорттарының рухи мәҙәниәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән Римма Сәмиеваның эшендә уңыштар теләйбеҙ.
Лилиә Хәсәнова.
Мишкә районы
Читайте нас