Йәнтөйәк
+18 °С
Ямғыр
Антитеррор
Общие статьи
8 Март 2021, 06:00

Һоҡланғыс ҡыҙ

Регинаны беренсе класҡа уҡырға килгән сағынан беләм. Бәләкәй генә буйлы, шундай етеҙ, бөтөрөлөп кенә йөрөгән теремек ҡыҙ әллә ҡайҙан иғтибарҙы үҙенә тартып тора ине. Кластан тыш сараларҙа матур итеп бейей ҙә, төрлө тамашаларҙа ролдәрҙе оҫта итеп башҡара ла торғайны.Ҡариҙел районы#8март


Бөгөн Регина Ғилфанова — Борай 3-сө урта мәктәбенең 9-сы класында белем ала. Ул — уҡыу алдынғыһы, 2019-2020 уҡыу йылында район хакимиәте башлығы стипендиаты, “Жасмин” эстрада бейеүҙәре ансамбле бейеүсеһе, төрлө фән олимпиадаларында муниципаль һәм төбәк этаптары еңеүсеһе, спортсы, төрлө проекттар авторы, “Ҙур тәнәфес” Бөтә Рәсәй конкурсы ярымфиналсыһы. Һәләтле ҡыҙҙың уңыштарын һанап бөтөрөрлөк тә түгел. Ҡайҙан барыһына ла ваҡыт һәм көс таба икән, тип уйлап ҡуяһың.
Күптән түгел Регина пневматик винтовканан атыу буйынса район ярышында икенсе урын яуланы. Тәүәккәл, маҡсатсан, һәр кемгә иғтибарлы ҡыҙҙы класташтары ла, уҡытыусылары ла ихтирам итә.
Ата-әсә наҙында ҡойоноп, ағаһының яҡлауын тойо үҫкән Регинаның уңыштары артып торһон, уй-хыялдары тормошҡа ашһын!
Венера Арысланова.
Читайте нас