Йәнтөйәк
+19 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
5 Марта 2021, 12:21

Ҡулынан килмәгән эше юҡ

Нурзилә Дәүләтшина 30 йыл “Нур” йәмғиәтендә тегеү цехында эшләй.Ҡариҙел районы #8Март

Оҙаҡ йылдар дауамында үҙ эшен ҙур яуаплылыҡ менән башҡарыусы тегеүсе үҙен намыҫлы хеҙмәткәр итеп танытты. Һөнәр эйәһенең оҫта ҡулдарында ябай электр машинаһы матурлыҡ тыуҙыра. Цехта тегелгән әйберҙәр ҡариҙелдәр араһында бик популяр. Улар сифатлы тегелеше һәм зауыҡлы булыуы менән ҡыуандыра. Уңайлы һәм матур күлдәктәрҙе, сарафандарҙы, юбка һәм эш костюмдарын, фуфайкаларҙы, салбарҙарҙы, урын-ер әйберҙәрен, юрғандар һәм башҡа кәрәк-яраҡтарҙы е халыҡ яратып һатып ала.
Нурзилә Вәсил ҡыҙы — булдыҡлы, уңған, йүнсел хужабикә лә. Ҡулынан килмәгән эше юҡ. Аш-һыу оҫтаһы, уның бешергән ҡамыр аштары телеңде йоторлоҡ.
Ул һәм ҡыҙына яҡшы тәрбиә биреп үҫтергән хәстәрлекле әсә бөгөн ике ейәнен һөйөп ҡыуана.
Нурзилә Дәүләтшинаны Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотлап, иң изге теләктәрҙе еткерәбеҙ.
Люция Карамова.
Читайте нас