– Үҙем яратып файҙаланған үҫемлектәрҙең береһе – татлы тамыр. Ҡурйын үләне, быян тип тә атайҙар һәр кем өсөн шифалы был үҫемлекте (рус телендә солодка, лакричник). Уны борон-борондан халыҡ медицинаһында киң ҡулланғандар. Ябай ғына әрһеҙ үләндең баһалап бөткөһөҙ ҡиммәтле сифаттарын һанап үтәйек: иммунитетты нығыта, вирусҡа ҡаршы көрәшә, токсиндарҙан, микробтарҙан арындыра, үпкә сирҙәрендә бик тәьҫирле. Үпкәнән артыҡ шыйыҡлыҡты сығарырға, эсәклектәге ялҡынһыныу процесын баҫырға ярҙам итә. Татлы тамырҙағы әүҙем биологик матдәләр вирусҡа ҡаршы тороу һәләтенә эйә, уның күҙәнәктәргә үтеп инеүен һәм үрсеүен тотҡарлай.
Ысынлап та, организмды һауыҡтырыуҙы, иммун системаһын нығытыуҙы микробиотик туҡланыуҙан башҡа күҙ алдына килтереп булмай. Микробиотик туҡланыуға файҙалы бактерияларға бай биокефир, бифидо- һәм лактобактериялар менән байытылған йогурттар, көрпә, күҙәнәкле туҡыма, талҡан өҫтәлгән аҙыҡтар инә. Кефирҙы микробтарға, токсиндарға ҡаршы тороусанлығы көслө булған имбир менән эсергә мөмкин.
Лайлалы тын алыу юлдарын һаҡлау өсөн организмды әсеү процесын аҡрынайтыуға һәләтле антиоксиданттар (С, Е, Д, А, В төркөмө витаминдары, цинк, селен микроэлементтары) менән байытыу мөһим. Туйындырылған Омега-3 май кислотаһы сығанағы етен майы һәм орлоҡтарында, балыҡ майында икәнен хәтерҙә тотоғоҙ.
Мин рационға суперфудтар рәтендә торған тағы ла бер файҙалы үҫемлекте индерергә кәңәш итәм. Һүҙ дингеҙ ылымыҡтары тураһында. Уларҙың составы бик үҙенсәлекле, туҡлыҡлы матдәләргә бай булыуы менән башҡа бер үҫемлекте лә ылымыҡ менән сағыштырып булмай. Туйындырылған май кислотаһы, аминокислоталар йыйылмаһы, макро- һәм микроэлементтар, йод, үҫемлек туҡымаһы һәм витаминдарҙы туплаған ылымыҡ организмды сәләмәтләндереүсе тәбиғи сығанаҡ булып тора.
Ғалимдарҙың һуңғы мәғлүмәттәре коронавирустың башҡа вирустар менән сағыштырғанда бик мәкерле булыуын раҫлай. Ул организмда интерферон етештерелеүен тотҡарлаусы үҙенсәлекле аҡһымлы составтан һәм рибонуклеин кислотаһынан тора. Лайлалы танау ҡыуышлығына эләгеп, клиник билдәләр күренгәнсегә тиклем бик тиҙ үрсергә өлгөрә. Инфекцияны ҡайҙа, кемдән йоҡтороуығыҙҙы белмәүегеҙ ҙә ихтимал. Шуға күрә йәмәғәт урындарында, халыҡ күп йыйылған ерҙә булырға тура килгәндә битлек кейеүҙе ауыр эшкә һанамағыҙ. Ҡайтыу менән ҡулдарҙы йыуғандан һуң танау ҡыуышлығын спрей ярҙамында зарарһыҙландырығыҙ. Тамаҡҡа, танау ҡыуышлығына һелтеле ингаляция (сода йәки тоҙ һалынған һыу менән сайҡатыу) яһау ҙа яҡшы һөҙөмтә бирә.