Бөгөн ауылдаштар айына 200 килограмм сыр етештерә - банкаларҙа маринадланған грек сыры, “Халуми”, “Качотта” итальян сырҙары, “Белпер Кнолле” швейцар сыры. Бында ике сыр ҡайнатыу цехы, сырҙы өлгөртөү камераһы эшләй. Әҙер булыу менән продукцияны вакуумлайҙар.
Әлегә сапайҙар етештергән аҙыҡты бары Өфө магазиндарында һатып алырға мөмкин. Тик ауылдаштар бының менән генә сикләнергә уйламай, башҡа төбәктәргә лә үҙҙәренең продукцияһын таратырға ниәтләй.
Бығаса Сапай сырын тәмләп ҡарамаған булһағыҙ, “хатағыҙҙы” төҙәтергә ашығығыҙ, үҙебеҙҙә етештерелгән бик тә тәмле һәм файҙалы аҙыҡтан ауыҙ итегеҙ!