Әлеге ваҡытта һаҡланыу саралары, ташҡынға ҡаршы көстәр барлана, хәүефле зонала йәшәгән кешеләрҙең иҫәбе алына.
Башҡортостандың гидрометеоүҙәге мәғлүмәттәре буйынса, Ағиҙелдә ҡар ҡатламы 49 сантиметр, Дим йылғаһында - 44 сантиметр тәшкил итә.
“Был күрһәткестәр нормаға ярашлы, Ағиҙелдә - 93, Дим йылғаһында 119 процент тәшкил итә”, - тип хәбәр итә Граждандарҙы яҡлау идаралығы начальнигы Рафаэль Әхмәтов.
Уртаса йыллыҡ күрһәткестәр менән сағыштырғанда, Ағиҙелдә һыу запасы - 80, Димдә 11 процент кимәлендә.