— Мөнзилә Солтан ҡыҙы, районда туған телдәрҙе уҡытыу нисек ойошторолған?
— Районыбыҙ мәктәптәрендә дәүләт һәм туған телдәрҙе өйрәнеү өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. Иҫегеҙгә төшөрөп китәйем: 2020/2021 уҡыу йылында районда 24 мәктәп эшләй: 13 урта, бер төп дөйөм белем биреү һәм 10 филиал (биш башланғыс һәм биш төп дөйөм белем биреү). Уларҙа 2551 бала белем һәм тәрбиә ала.
Бөтә мәктәптә лә уҡытыу рус телендә алып барыла, өс туған тел — рус, башҡорт, татар телдәре өйрәнелә. Туған тел булараҡ башҡорт телен — 1206, рус телен — 1138, татар телен 174 бала өйрәнә. 16 мәктәптә 1175 бала — башҡорт телен, 124 бала татар телен туған тел булараҡ өйрәнә. Башҡорт милләтенән булмаған 772 бала һәм башҡорт милләтенән булған 410 бала башҡорт телен дәүләт теле булараҡ үҙләштерә.
— Кадрҙар мәсьәләһе нисек хәл ителә?
— Бөгөн мәктәптәрҙә 32 туған тел уҡытыусыһы эшләй, уларҙың 28-е — башҡорт, дүртеһе татар теленән белем бирә. 28 уҡытыусының 15-е — юғары, 12-һе беренсе категорияға эйә. Дүрт татар теле уҡытыусыһының өсөһө — юғары, береһе — беренсе категориялы. Туған тел һағында тороусылар даими рәүештә квалификацияны күтәреү курстарында белемдәрен камиллаштыра.
— Милли мәғарифты үҫтереүҙә төп иғтибар нимәгә йүнәлтелә?
— Районда туған телдәрҙе өҫтөнлөклө итеү буйынса планлы эш алып барыла. Төп иғтибар сифатлы белем биреүгә йүнәлтелә.
Туған телде уҡытыу кимәлен күтәреү маҡсатында уҡытыусыларҙың методик берләшмәһе эше яйға һалынған. Берләшмә ултырыштарында яңы методикалар, заманса уҡытыу технологиялары, уҡыусыларҙың белем сифатын күтәреү кеүек эшлекле мәсьәләләр ҡарала, уҡытыусыларҙың үҙ белемдәрен үҫтереү буйынса сығыштары тыңлана, алдынғы тәжрибә менән уртаҡлашыу һәм таратыу ойошторола.
“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” төбәк-ара конкурсында ла уҡытыусыларыбыҙ һөнәри оҫталыҡта һынау тотоп, яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә. Быйылғы уҡыу йылында мәртәбәле бәйгелә Ҡышлауйылға урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльмира Фәүзәт ҡыҙы Шәйхуллина районыбыҙ данын яҡлаясаҡ.
— Белеүебеҙсә, телһөйәр уҡыусылар уңыштары менән һөйөндөрөп кенә тора.
— Әйе, уҡыусыларыбыҙ һәләтле һәм башҡорт телен туған тел булараҡ та, дәүләт теле булараҡ та тырышып һәм ҡыҙыҡһынып өйрәнә. Быны улар әленән-әле республика бәйгеләрендә, олимпиадаларҙа, төрлө төбәк-ара конференцияларҙа ҡатнашып, үҙҙәренең уңыштары менән дәлилләп тора. Башҡорт халҡының “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса республика конкурсында йыл һайын асҡындар призлы урын яулай. Мәҫәлән, үткән йыл Асҡын 2-се урта мәктәбе уҡыусыһы Илнара Ғәйбәтова эпосты башҡорт телендә һөйләп, 1-се урынға лайыҡ булды (етәксеһе Дилбәр Зөфәр ҡыҙы Заһиҙуллина), ә Ҡашҡа урта мәктәбенән Дилә Хәжиәкбәрова “Иң сағыу сығыш” номинацияһында еңеү яуланы (етәксеһе Ирина Муллахан ҡыҙы Мәснәүиева). Ғөмүмән, Башҡорт теле йылы ҙур ойошҡанлыҡ менән юғары кимәлдә үтте һәм беҙҙең өсөн бик һөҙөмтәле булды. Күп саралар онлайн форматта үтеп, асҡындар уларҙа бик әүҙем ҡатнашты һәм гел еңеүселәр исемлегендә булды. Уҡыусыларыбыҙҙың һәм уҡытыусыларыбыҙҙың төрлө кимәлдәге уңыштары тураһында әленән-әле яҙып торҙоҡ. Форсаттан файҙаланып, телһөйәр, илһөйәр уҡыусыларыбыҙға һәм уларҙы төрлө бәйгеләргә һәм олимпиадаларға әҙерләүсе уҡытыусыларға рәхмәт белдерәм.
— Башҡорт телен уҡытыу буйынса районда ярайһы уҡ ҙур тәжрибә тупланған. Ошо мөһим эште башлап ебәреүселәрҙе лә атап китәйек әле.
— Районыбыҙҙа башҡорт телендә уҡытыу 1978 йылда башлана. Рәфидә Кәлимуллина менән Минзилә Усманова Мәсәғүт педагогия училищеһын тамамлап, туған мәктәптәренә эшкә ҡайта. Улар беренсе булып районда Ҡашҡа һәм Урмияҙ мәктәптәрендә башланғыс кластарҙа уҡытыуҙы башҡорт телендә башлай. Ә бына беренсе дипломлы белгес — башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ҡашҡа урта мәктәбенә 1982 йылда Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлағандан һуң килә. Ул Ейәнсура районынан Әнүәр Яҡупов була. 1984 йылда Стәрлетамаҡ пединститутын тамамлап, Әнүзә Ғилфанова, Сәлимә Йәнбәкова (Әбүбәкерова) һәм Таңсулпан Хәжимуллина эшкә килә. Улар Билгеш, Ҡашҡа, Урмияҙ, Ҡарткиҫәк мәктәптәрендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем биреп, балаларҙа туған телгә һөйөү тәрбиәләп, хаҡлы ялға сыға. Ә уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә үткән быуаттың 90-сы йылдарында Асҡын 1-се урта мәктәбендә башҡорт телен Фәйрүзә Юнысова уҡыта башлай.
— Мөнзилә Солтан ҡыҙы, Халыҡ-ара туған телдәр көнө быйыл нимәһе менән иҫтә ҡалды?
-— Халыҡ-ара туған телдәр көнө уңайынан һәр мәктәптә ойошторолған ун көнлөктәр, аҙналыҡтар сиктәрендә асыҡ дәрестәр, тематик кисәләр, ижади конкурстар, викториналар, КВН-дар уҙғарылды, өс телдә диктант яҙҙыҡ. Ғөмүмән, туған телдәрҙә, бигерәк тә башҡорт телендә, төрлө кимәлдәге саралар йыл әйләнәһенә үтә. Уҡыусылар уларҙа ҙур теләк менән ҡатнаша. Һуңғы йылдарҙа атай-әсәйҙәрҙе лә йәлеп итеү буйынса әүҙем эш алып барыла.
— Туған телгә ихтирам, һөйөү тәрбиәләү, уны өйрәнеүгә теләк булдырыу уҡытыусынан ғына торамы?
— Балаларҙа туған телгә һөйөү тәрбиәләү, тәү сиратта, ғаиләгә ҡайтып ҡала. Туған телде һәм милли йолаларҙы һаҡлауҙа һәм үҫтереүҙә ғаиләнең роле бик ҙур, тип әйтмәксемен. Балаларға кесе йәштән тел ҡәҙерен аңлатыу мотлаҡ. Туған телдә бишек йырын ишетеп, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын белеп үҫкән бала бәхетле. Ә уҡытыусыларға туған телгә булған ихтирамды, ғорурлыҡ тойғоһон артабан тәрбиәләү, ныҡлы белем биреү, һәләттәрен үҫтереү, тәртипле, төрлө яҡтан үҫешкән йәмғиәткә файҙалы шәхес тәрбиәләү кеүек маҡсаттар ҡуйылған.
— Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, телдәрҙе өйрәнеү, күп тел белеү кешегә нимә бирә?
— Телдәрҙе өйрәнеү кешегә ҙур мөмкинлектәр аса. Беренсенән, ул аралашыу даирәһен киңәйтә, белемде арттыра, аң-зиһенде байыта. Күп тел белеү, тимәк, белемгә илткән күп асҡысҡа эйә булыу, донъя мәҙәниәтен, төрлө халыҡтың рухи мираҫын өйрәнеү ул. Телдәр өйрәнеү — ул заман талабы ла. Ә үҙ телеңде белмәйенсә, сит тел өйрәнеү, минеңсә, илһөйәрҙәрсә түгел.
— Мөнзилә Солтан ҡыҙы, тулы яуаптарығыҙ өсөн рәхмәт.