Йәнтөйәк
+22 °С
Ясно
Антитеррор
Общие статьи
1 Марта 2021, 12:06

Игеҙәк һалдаттар

Балтас районы Боғҙан ауылынан бер туған Динар һәм Ленар Әхиәровтар Ватан алдындағы хәрби бурысын үтәргә армия сафына уҙған йылдың декабрь башында алынғайны. Игеҙәк егеттәр стратегик билдәләнештәге ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Әлеге ваҡытта улар бергәләп Ярославль ҡалаһында хәрби һөнәр серҙәренә төшөнә.

Динар менән Ленар Рәсимә һәм Флорис Әхиәровтарҙың тырыш, эшһөйәр ғаиләһендә донъяға килә. Улар икеһе лә “Рәсәй” хужалығында хеҙмәт һала. Рәсимә Рафаил ҡыҙы элегерәк Тимкә, әлеге ваҡытта Боғҙан һөтсөлөк фермаһында һауынсы булып эшләй. Флорис Фәрит улы Иҫке Балтас һөнәрселек-техник училищеһын тамамлап, армия сафында хеҙмәт иткәндән һуң, өс тиҫтә йыл ғүмерен трактор, комбайн штурвалдары артында үткәрә, урып-йыйыу кампанияларында алдынғы урындарҙы яулай.
Әхиәровтар быуат башында үҙ көстәре менән яңы өй һалып ингән. Уңған ғаиләлә хеҙмәт тәрбиәһе алып үҫкән балалар ҙа тыуған ерҙәрендә үҙ аллы тормош юлын башлаған. Лиана күрше Иҫке Уразай ауылында фельдшер булып эшләгән, әлеге ваҡытта декрет ялында. Тормош иптәше Илмир “Дилмиев Р.Ш.” шәхси предприятиеһында ферма мөдире булып эшләй. Йәш ғаиләлә Йәмил һәм Аделина исемле сабыйҙар үҫеп килә. Динар менән Ленар ҙа, атайҙары кеүек, Боғҙан туғыҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, Иҫке Балтаста Башҡорт төньяҡ-көнбайыш ауыл хужалығы колледжында водитель, тракторсы-машинист һөнәрҙәрен үҙләштерә. Армияға алынғансы егеттәр “Дилмиев Р.Ш.” шәхси предприятиеһында яҙғы һәм йәйге баҫыу эштәрендә, “Рәсәй” хужалығында парк ремонтында ҡатнаша. Атай-әсәйҙәре, туғандары улар менән ғорурлана, егеттәрҙең Тыуған илгә лайыҡлы хеҙмәт итеүҙәренә ышаныс бағлап, һәр көндө изге теләк-фатихала үткәреп, иҫән-имен тыуған ергә әйләнеп ҡайтыуҙарын көтә.
Армия хеҙмәте ир-егет сынығыуы, рух ныҡлығы бирһен һеҙгә, Динар һәм Ленар!

Динар һәм Ленар Әхиәровтар.

Гөлнара Шәймөхәмәтова.
Читайте нас