Сараның пленар өлөшөндә министрлыҡтың коллегия, йәмәғәт советы ағзалары ВДНХ-ЭКСПО майҙанында йыйылды, сарала район һәм ҡала хакимиәте башлыҡтары урынбаҫарҙары, ведомствоға ҡараған учреждение етәкселәре видеоконференция режимында ҡатнашты.
"Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау өлкәһендәге дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу өсөн былтыр 42,5 миллиард һум йүнәлтелде, был 2019 йылғыға ҡарағанда 78 процентҡа күп. Төп сығымдар халыҡты социаль яҡлауға һалынды – 34,6 миллиард һум (был - пособиелар, компенсациялар, субсидиялар, өйҙә, ҡарттар йорттарында, психоневрология интернаттарында күрһәтелгән социаль хеҙмәттәр), мәшғүллек сәйәсәте сараларына – 7,8 миллиард һум, уңайлы мөхит өсөн – 35 миллион һум", – тип белдерҙе сығышында республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.
Ведомство етәксеһе белдереүенсә, граждандарға социаль ярҙамға йүнәлтелгән сығымдар структураһында, 2019 йыл менән сағыштырғанда, былтыр эшһеҙ граждандарға социаль түләүҙәр өлөшө дүрт тапҡырға артҡан һәм ете миллиард һум тәшкил иткән, йәғни 210 мең эшһеҙ граждан социаль ярҙам алған.
Быйыл иһә мәшғүлдәр һанын пандемияға тиклемге кимәлгә ҡайтарыу маҡсаты тора. Хеҙмәт урындарын һаҡлауға һәм яңыларын булдырыуға республика бюджетынан 458 миллион һум бүлеү ҡаралған.
Коллегияла ғаилә сәйәсәте төп темаларҙың береһе булды. Былтыр 288 мең бала тәрбиәләнгән 150 мең самаһы ғаиләгә 16,7 миллиард һумдан ашыу социаль ярҙам күрһәтелгән. Уҙған йылда республикала йәшәгән 1,8 миллион кешегә барлығы 27 миллиард һум самаһы социаль ярҙам бүленгән, уның 10,5 миллиард һумы - республика бюджетынан. Шулай уҡ балалы ғаиләләргә социаль ярҙам һиҙелерлек артҡан, 2019 йыл менән сағыштырғанда - 2,5 тапҡырға. Был, балалы ғаиләләрҙең килемен арттырыу маҡсатында, өс - ете йәшлектәргә ай һайын аҡсалата түләү индереүгә бәйле.
Коллегия ултырышы аҙағында социаль өлкә алдынғылары бүләкләнде.