Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Март 2021, 11:38

Балыҡсы ырыуы ҡыҙы бит ул!

Күптән түгел Асҡын ерендә мәртәбәле йыйын үтте – Балыҡсы ырыуы башҡорттары ҡор йыйҙы. Балыҡсылар беренселәрҙән булып ырыу гербын һәм гимнын ҡабул итте. “Без Балыҡсы ырыуынан” тигән йырҙың һүҙҙәрен һәм көйөн һәүәҫкәр композитор, шағирә Рәүфә Нурмөхәмәтова ижад иткән. Илһөйәрлек менән һуғарылған йырҙы йөрәктәргә үтеп инерлек итеп Ҡашҡа ауылы егете Винарис Абдуллин башҡара. Ырыу гимнын зал ғорурланып, баҫып тыңлаған һәм көслө алҡыштарға күмгән.



Гимндың авторы Рәүфә Нурмөхәмәтова менән хаҡлы рәүештә ғорурлана асҡындар. 500-гә яҡын популяр йырҙар ав­торының исеме йыр-моң һөйөүселәр араһында йылдан-йыл билдәлелек яулай.

Рәүфә Нурмөхәмәтова Ас­ҡын районының Ҡашҡа ауылында ишле ғаиләлә тыуып үҫкән. Атаһы ла, әсәһе лә йыр-моңға маһир булғас, балалары ла ижадҡа ынтыла. Ә Рәүфә хисле, нескә, йомшаҡ күңелле булыуы менән дә айырылып тора.

– Мәктәптә уҡығанда әҙә­би­әт, тарих, астрономия, йыр дә­рес­тәрен яҡын күрҙем. Төндәр буйы йондоҙло күккә бағып, хыялымда бар Йыһанды айҡап-байҡап, күңелем менән “сәйә­хәттәр” ҡылып ҡайта инем, – тип хәтерләй бала сағын Рәүфә Шәмсрахман ҡыҙы.

Күңеленә һандуғас “кер­гәс”, йәғни ғашиҡ булғас, ҡыҙ илһамланып, хисләнеп ши­ғыр­ҙар яҙырға тотона. Тәүге һөйөүгә, тыуған ауылға, тәбиғәткә арналған, яратыу хисе менән һуғарылған беренсе шиғырҙары уның тап шул ваҡытта тыуа.

Бала сағынан Рәүфә ҡул эштәренә лә оҫта була, дизайнер-модельер булырға хыяллана. Мәктәпте тамамлағас, тегенсе һөнәрен үҙләштерә. Ғаилә ҡороп, әсәй бәхетен татый һәм оло тормоштоң бөтмәҫ-төкән­мәҫ мәшәҡәттәренә сума.

Ләкин бер нәмәгә лә битараф булмаған шиғырлы йөрәкте тормош асылы, йәшәү мәғәнәһе, кешеләр араһындағы мөнәсә­бәт, мәңгелек ҡиммәттәр тура­һындағы уйланыуҙар ижадҡа этәрә. Шатлыҡ, әрнеү, һағыш, һөйөү, юғалтыу кеүек хистәр күкрәгенә һыймағанда аҡ ҡа­ғыҙға иҫ киткес матур, тетрән­дергес шиғыр юлдары булып түгелә.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рәүфә Шәмсрахман ҡыҙы бер ҡасан да уларҙы баҫтырыу тураһында уйламай. Бары тик 35-36 йәш­тәр тирәһендә генә башҡорт те­лен­дә сыҡҡан журналға ебә­рергә баҙнат итә. Бынан һуң редакциянан килеп, ижад емештәренә бик яҡшы баһа биреп, “ҡанат” ҡуялар.
Ул саҡта Рәүфә йырҙар яҙ­маған була әле. Шулай ҙа ҡайҙа ғына, кем генә булып эшләһә лә йыр-моңдан айырылмай, әммә, шағирҙар әйтмешләй, шишмәнең сылтырап ағыуында ла, ҡоштар һайрауында ла моң ишетеү һәләте һуңыраҡ асыла.

Тормоштоң һуҡмағында эҙ­мә-эҙ барған яҙмыштар шаҡтай ғүмерҙәр үткәс тә үҙгәрә лә ҡуя икән. Инде үҙ донъяһын бул­дыр­ған, улын оло тормошҡа баҫ­тырған Рәүфәнең күңелендә ана шул бөрөләнеп ҡалған хистәр ташҡын булып урғылып сыға.

Тәүге йырҙарын Рәүфә Шәм­срахман ҡыҙы ҡыйыуһыҙ ғына яҡташына, йырсы Марат Шәй­бә­ков­ҡа тәҡдим итә. Йырсы уларҙы һис үҙгәртмәй, ихлас башҡара. Шулай эстрадала танылыу яулай башлай Асҡын композиторы. Бөгөн уның йыр­ҙарын Рания Билалова, Дамира Сәйетова, Гөлсөм Бикбулатова, Рәил Өмөтбаев, Илшат Яппаров, Гөлназ һәм Эльмир Ғәзизуллиндар, Гүзәл Әхмә­това, Гүзәл Уразова, Илдар Хәкимов, Ландыш Ниғмәт­йә­нова, Гөлназ Сираева, Ләйлә һәм Рөстәм Ғәлиевтәр кеүек бил­дәле йырсылар репертуарына алып, яратып башҡара. Шуны билдәләп китмәй булмай, ҡайһы бер йырсылар һәүәҫкәр композиторҙан махсус йырҙар ҙа яҙҙырып ала.

– Көйҙөң дә, шиғырҙың да нисек тыуғанын үҙем дә аңлата алмайым. Ниндәйҙер уй, образ йәки көй башҡа килеп инә лә тыныслыҡ бирмәй. Ҡайһы ваҡыт эш араһында тыуалар. Шуға дәфтәрем, диктофоным һәр саҡ ҡул аҫтымда. Йырҙар күберәге тулған айлы төндәрҙә яҙыла. Ғөмүмән, электән күк йөҙөн, йондоҙҙарҙы күҙәтергә яратам. Гүйә, улар мине арбай­ҙар ҙа хистәр диңгеҙенә алып баралар, – тип кисерештәре менән уртаҡлаша әңгәмәсем.

Рәүфә Нурмөхәмәтованың тәүге концерты – “Йөрәгем шиш­мәләре” исемле ижад кисәһе 2009 йылда үтһә, хәҙер уларҙың һаны тиҫтәгә яҡын. Әйткәндәй, талант эйәһе сараларға сцена­рий­ҙарҙы ла, көләмәстәрҙе лә, сәхнәләштереү өсөн юмористик хикәйәләрҙе лә үҙе яҙа.

– Беҙҙең телебеҙ иҫ киткес бай. Ғалимдар төньяҡ-көнба­йыш һөйләшенең әҙәби баш­ҡорт теленә ныҡ яҡын булыуын, хатта лексик составында саф башҡорт һүҙҙәре күплеген бил­дәләй. Уның башҡорт теленең тәбиғи ысын сағылышы булып тороуын, боронғолоғон һаҡлап ҡалған тел булғанлығын һыҙыҡ өҫтөнә ала. Беҙҙең телебеҙ ҙә, моңобоҙ ҙа үлемһеҙ. Үҙ телем­дә ижад итә алыуыма сикһеҙ бәхетлемен. Балыҡсылар ырыуы гимнын да илһамланып, ғорурланып яҙҙым, – ти әңгә­мәсем.

Рәүфә Нурмөхәмәтова ғаи­лә­һе менән тиҙҙән Өфөгә күсенергә йыйына. Мәҙәни тормош гөрләп торған баш ҡалала йәшәү, һис шикһеҙ, уның ижадына яңы һулыш бирәсәк. Әммә тыуған еренән, тамырҙарынан күңеле менән бер ҡасан да айырылмаясаҡ Балыҡсы ыры­уының моңға-һүҙгә бай ҡыҙы.

Миҙгелдәр

Миҙгелдәрҙе һағынып көтәбеҙ
Ә ғүмерҙәр һиҙелмәй үтә.
Йөрәктәрҙе әрнетеп өтөп
Кемдәрҙер мәңгелеккә китә.

Ҡушымта:

Яҡты донъяларға бер тыуғас,
Йәшәргә ине туйғансы.
Яҡты донъяларҙан кем туйған?
Йәшәт, Хоҙай, йөҙҙәр тулғансы.

Тәҡдирҙәр яҙылған маңлайға,
Урап үтеп булмай яҙмышты.
Бәхет өсөн ергә тыуғанбыҙ,
Гөлгә күмер өсөн тормошто.

Барыр юлыбыҙ яҡты булһын,
Бөтмәһен донъя мәшәҡәте.
Иҫән-һау булғанда туғандар
Йәшәүҙәрҙең шунда рәхәте.


Эҙләнегеҙсе, уйҙар, йөрәгем төпкөлөндә

Эҙләнегеҙсе, уйҙар, йөрәгем төпкөлөндә,
Табырһығыҙ, бәлки, һүҙҙең көслөһөн,
Кешелектең аң-кимәлен күрһәткән,
Аҡ һаҡаллы сәсән әйткән төҫлөһөн.
Әйтәбеҙ һүҙҙең мең-мең төрлөһөн,
Йәнде иретерлеген, зәһәрен.
Тормошта шул һүҙҙәр етәкләй,
Хоҙайҙан баһа – үҙең дә йәшәрһең.
Уй-уйҙарым сиртә йөрәгемде,
Гүйә, ҡараңғынан эҙләй яҡтылыҡ.
Ул һүҙ түгелме икән аҡыл,
Ә уйҙар – үҙҙәре бер аҫыл.


Күңелебеҙ – диңгеҙ

Беҙҙең күңел – диңгеҙ
Ярһып-шашып ашыға.
Ҡайһы берҙә тынып ҡала,
Күмелеп ҡара ҡайғыға.
Беҙҙең күңел ялҡынланып
Көйҙөрөп тә яндыра.
Яҡты өмөт-хыялдарҙан
Күмерҙәр ҙә ҡалдыра.
Тәрәнлеген булмай үлсәп
Беҙҙең күңел – төпһөҙ.
Һөйөлөп урғылмаһа,
Килгән яҙҙар да төҫһөҙ....


Яралы мөхәббәт

Эй, һин әҙәм балаһы,
Ишетәһеңме, ярһып өндәшәм,
Йондоҙҙарға әүерелеп
Төндәрен, мин һиңә төшәм.
Йөрәгең ишектәрен
Нисек итеп кенә асайым.
Ҡараштарың яндырғас...
Һинһеҙ ҡайҙарға осайым.
Йөрәгең булһа һалҡын,
Минеке бит тулы ялҡын
Әйт әле, әҙәм балаһы,
Күпме ҡалды миңә янаһы,
Сабырлыҡты ҡайҙан алаһы?


Еркәйем

Ер-еркәйем, һиндәге гүзәллек
Тағы ҡай тарафта бар икән?
Булһа булыр тик ожмахта,
Ләйсән ямғыр яуа микән...
Яҙҙарың, әйтерһең, әсәйем наҙы,
Елдәрең сәсемдән һыйпай.
Ямғырың – бәрәкәт, шат йәйғор уйнай,
Күңелем шатланып туймай.
Ерем, тупрағынды алып усыма
Әйтәм: һин балам да, әсәм дә.
Тыныс әйлән йыһан көмбәҙендә,
Ҡалмаһын тормош ҡыл өҫтөндә.

Рәүфә НУРМӨХӘМӘТОВА.


Автор: Римма СОЛТАНОВА
Читайте нас