Йәнтөйәк
+18 °С
Дождь
Антитеррор
Общие статьи
28 Февраля 2021, 08:40

Өфөлә Экология форумы уҙғарыла

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

10-12 мартта Өфөлә Экология форумына саҡыралар. Сара Башҡортостанда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектын әүҙем тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.
Форумда республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар һәм ведомстволар вәкилдәре ҡатнаша. Сара “Экология һәм технологиялар” махсус күргәҙмәһе менән киң эш программаһын берләштерә. Унда туранан-тура йәки онлайн ҡатнашырға мөмкин.
Экология министрлығынан белдереүҙәренсә, сараның эш программаһына ярашлы, һыу ресурстарын рациональ файҙаланыу, атмосфера һауаһына мониторинг мәсьәләләре буйынса бер нисә “түңәрәк өҫтәл” һәм фекер алышыу майҙансығы ойошторола.
Өфөләге Экология форумы профессионалдар өсөн генә түгел, экологияны һаҡлауҙы үҙ бурысы итеп күргән ябай граждандар өсөн дә тәғәйенләнә. Унда икенсел сеймал ҡабул итеү акциялары, эшкәртелгән материалдарҙан тегелгән кейем-һалым дефилеһы, шулай уҡ экология дәрестәре уҙғарыла.
Фото: ecology.bashkortostan.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас