Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Февраль 2021, 13:44

Теле барҙың – иле бар

Халыҡ-ара туған телдәр көнө алдынан Балтас районы “ Ҡояшҡай” балалар баҡсаһында фәһемле саралар үтте.#деньродногоязыка #Башҡорттарихыйылы

21 февраль – һәр халыҡтың үҙ телен ҙурлау көнө. Тел – халыҡтың матди һәм рухи байлығына асҡыс, тарихи үткән менән киләсәкте бәйләр күпер. “Теле барҙың – иле бар”, ти был турала башҡорт халыҡ мәҡәле.
Халыҡ-ара туған телдәр көнө алдынан Балтас районы “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһында фәһемле саралар үтте.
Башҡорт телендә йәнһүрәт ҡарауға, башҡорт аш-һыуҙары, һүрәт, милли кейем күргәҙмәләрендә, йыр-бейеүгә оҫталыҡтарын күрһәтеүҙә балалар әүҙем ҡатнашты.
Халыҡтың халыҡ булып ҡалыуы, йәшәүе тел яҙмышы менән бәйле. Шуға күрә телде һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү бурысы ғаиләнән, балалар баҡсаһынан башлана.

Гөлназ Ғәлләмова.
Балтас районы.
Читайте нас