Оператив мәғлүмәт буйынса, уҙған тәүлектә республикала коронавирус инфекцияһы йоҡтороуҙың 148 осрағы раҫланған, һәм, киреһенсә, 192 кеше һауыҡҡан.
Пандемия башланғандан бирле республикала йәмғеһе 27,4 меңдән ашыу сирле теркәлгән.
Әле 282 пациент – дауаханала, биш меңдән ашыуы өйҙә дауалана. Уларҙың 25-е – ауыр хәлдә.
Башҡортостанда һуңғы тәүлектә дауахананан тыш пневмония менән сирләүселәр 159-ға еткән, шул уҡ ваҡытта 138 кеше һауығып сыҡҡан.