“Кисә минең министрлыҡ коллегияһында дебютым булды. Мәҙәниәт министрлығының еңелдән булмаған 2020 йылының һөҙөмтәләрен барлап, 2021-гә план билдәләнек. Улар араһында:
– балаларға художестволы белем биреүҙең төбәк концепцияһын уйлау;
– музей киңлектәрен замансалаштырып ҡороу, республикалағы берҙәм заманса музей киңлектәренең үҫеш стратегияһын эшләү;
– республика райондарында тыуған яҡты өйрәнеү музейҙары асыу (ете муниципалитетта улар юҡ);
– Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнөнә ярашлы (25 мартта) “Арт-ҡоролтай” республика мәҙәни форумын һәм ирекмәндәр йыйынын үткәреү (йәй/көҙ).
Унан тыш, Башҡортостан Башлығы кәңәшсеһе Радик Юлъяҡшин республика эстрадаһын яңы кимәлгә күтәрергә лә вәғәҙә итте.
Уңыштар барыбыҙға ла!” – тип яҙҙы вице-премьер.