Был иһә ошондай категория граждандарға ауыр хәлдән сығыуға, бюджеттан аҡса алыуға, эш табыуға, кәрәк булғанда өҫтәмә һөнәр алырға, эшҡыуар булырға һәм киләсәктә алынған килемдән алимент буйынса бурысты түләүгә булышлыҡ итәсәк.
Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры урынбаҫары Ольга Кабанова билдәләүенсә, социаль контракт төҙөгән кешегә куратор тәғәйенләнә, ул килешеү сараһы сиктәрендә ҡаралған күрһәтмәләрҙе бойомға ашырыуға булышлыҡ итәсәк. Шулай уҡ контрактта алкоголдән дауалау, артабан һауыҡтырыу сараһы ла ҡаралған. Былтыр республикала алты мең социаль контракт төҙөлгән, быйыл ул һанды арттырырға ниәтләнәләр. Ошо маҡсатта федераль бюджеттан 383 миллион һум аҡса бүленеүе көтөлә.
Федераль Суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Илнур Мәхмүтов Башҡортостанда алимент буйынса бурыс күләме 2,4 миллиард һумға етеүе хаҡында белдерҙе. Йыл һайын 40 мең башҡарыу эше ҡуҙғатыла. Алиментсыларҙаң 65 проценты үҙ теләге менән бурыстарын түләп килә.
“20 процент самаһы бурыслылар социаль бәйләнештәрҙе юғалта һәм түләй алмай, сөнки килемдәре юҡ, осраҡлы аҡса менән көн күрә. Күптәре хөкөм ителгән йәки алкоголгә, шул иҫәптән наркотиктарға бәйлелеге бар. Уларҙың бер өлөшөнөң даими йәшәү урыны юҡ”, – тип һөйләне Илнур Мәхмүтов.
Ошондай хәлдә булғандарға ярҙам итеү маҡсатында социаль контракт ысулын ҡуллана башлағандар. Был Рәсәйҙәге пилот проект һәм уны беҙҙең республика тәүгеләрҙән булып тормошҡа ашыра.
Федераль Суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Илнур Мәхмүтов белдереүенсә, әлеге ваҡытта Башҡортостанда алимент буйынса бурысы булған алты кеше был мөмкинлекте файҙалана. Социаль контракт алыу өсөн Күп функциялы үҙәккә, Республика социаль ярҙам үҙәгенә, мәшғүллек үҙәктәренә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Социаль ярҙам саралары тураһында 8-374-200-80-80 күп каналлы телефон аша белергә мөмкин.