Йәнтөйәк
+26 °С
Ясна
Антитеррор
Общие статьи
16 Февраль 2021, 06:49

Сираттағыһы Балтаста үткәреләсәк

Күптән түгел Архангел районында “Башҡортостан кванториумы” балалар мобиль технопаркы эшен тамамланы.

Архангел районының Тирәкле ауылында мобиль кванториум йүнәлештәре буйына балаларҙы уҡыттылар. Ҡыҙҙар һәм малайҙар проект өҫтөндә мауығып эшләне, команда буйынса атҡарырға өйрәнде, белем һәм тәжрибә тупланы, юғары технологиялы ҡоролмалар менән эш итте.
Сәнәғәт дизайны һәм робот техникаһы буйынса дәрестәрҙә балалар скетчтар, макеттар ярҙамында Corel Draw һәм Tinkercad программалары буйынса смартфон өсөн 3Д-моделле ҡуйылмалар өсөн проектланы. Шулай итеп, АЭРО/ГЕО йүнәлеше буйынса дәрестәрҙә балалар беренсе көндән үк проект эшенә күмелде, төрлө мәсьәләләрҙе эшләү өсөн дронды программалаштырырға өйрәнде. Бынан тыш, Республика балалар мәғариф технопаркы директоры Оксана Семенованың әйтеүенсә, йәш инженерҙар үҙ проектын яҡланы.
15–26 февралдә мобиль технопаркы Балтас районына юлланасаҡ. Әйткәндәй, “Башҡортостасн кванториумы” мобиль технопарктары 2020 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә барлыҡҡа килгәйне.
Фото: республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас