Йәнтөйәк
+3 °С
Ясно
Антитеррор
Общие статьи
15 Февраля 2021, 12:34

Донъя чемпионатында – Башҡортостан гимны

Башҡортостан спортсыһы, Ғабдрахман Ҡадыров исемендәге спорттың техник төрҙәре үҙәге тәрбиәләнеүсеһе Динар Вәлиев уҙған ялдарҙа Тольятти ҡалаһында боҙҙағы мотоуҙыштар буйынса донъя чемпионатында алтын миҙал яуланы. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов хәбәр итте.

Билдәле булыуынса, WADA (Бөтә донъя допингҡа ҡаршы агентлыҡ) Халыҡ-ара мотоциклет федерацияһы йөҙөндә ярыштарҙа Рәсәй флагы һәм гимнын файҙаланыуҙы тыйғайны. Шуға күрә был юлы еңеүсе өсөн Башҡортостан гимны яңғыраған. Башҡортостан гимнының донъя чемпионатында яңғырауы – спорт тарихында булған беренсе осраҡ.
Динар Вәлиев иһә боҙҙағы мотоуҙыш буйынса донъя чемпионатында еңгән алтынсы яҡташыбыҙ. Беренсе титулды Ғабдрахман Ҡадыров яулағайны, аҙаҡ Борис Самородов, Дмитрий Буланкин, Николай Красников һәм Дмитрий Колтаков еңеүселәр булды.
Руслан Хәбибов белдереүенсә, Башҡортостандың 124 мең кешеһе 13 февралдә XXXIX Бөтә Рәсәй “Рәсәй саңғыһы” ярышында ҡатнашты. Ярыштар барлыҡ 63 муниципалитетта ла үтте. Өфөлә 33 мең кеше ҡатнашты, был былтырғы менән сағыштырғанда өс тапҡырға күберәк.
Ярыштар сиктәрендә ғаилә старттары, эстафеталар, мини-футбол һәм волейбол буйынса матчтар, ГТО нормативтарын ҡабул итеү саралары үтте.
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/sport-m-turizm/Donya-chempionatinda--Bash-ortostan-gimni-678307/
Читайте нас