Йәнтөйәк
+30 °С
Ясно
Антитеррор
Общие статьи
15 Февраля 2021, 13:17

Доклад яңынан эшләнәсәк

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә вице-премьер – ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылына арналған доклад менән сығыш яһарға тейеш ине.

Радий Хәбиров уны еренә еткереп эшләп бөтөргә ҡушты.
– Һаулыҡ йылының төп маҡсаты тураһында мин аныҡ әйттем – үлемде кәметеү! – тине Радий Хәбиров. – Һеҙҙең доклад проектында был турала бер һүҙ ҙә күрмәнем. Һеҙҙә туризм, скандинав йөрөшө һәм башҡалар тураһында бар, ә иң мөһиме – юҡ.
Башҡортостан Башлығы Премьер-министр Андрей Назаровҡа вице-премьер Ленара Иванова һәм һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин менән берлектә былтырғы йылдағы үлем осраҡтары сәбәптәрен айырым анализларға ҡушты. Шул иҫәптән алкоголдән ағыуланып үлгәндәрҙе лә.
– Анализ һөҙөмтәләре буйынса үлемде кәметеү буйынса план әҙерләгеҙ. Был ҡарарҙары һәм йөкләмәләре менән бергә ҙур һәм мөһим документ булырға тейеш, – тине Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас