Пандемия башланғандан алып республикала йәмғеһе 26 687 сирле теркәлгән.
Әле 234 сирле стационарҙа ята, уларҙың 39-ы – ауыр хәлдә. Ә 5 468 кеше өйҙә дауалана.
Республика дауаханаларында инфекция йүнәлешендәге койкалар һаны кәметелә. Хәҙерге ваҡытта уларҙың һаны 6 500-ҙән 2 897-гә ҡалды, тип билдәләне Һаулыҡ һаҡлау министрлығы башлығы. Әле уларҙың 77,5% буш түгел.
Шулай уҡ дауахананан тыш пневмония менән сирләүселәрҙең артыуы билдәләнә. Шул уҡ ваҡытта киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыу осраҡтары аҙая бара.