Йәнтөйәк
+16 °С
Ясно
Антитеррор
Общие статьи
15 Февраля 2021, 07:10

Афғанстан — йөрәк яраһы

Афған һуғышын үтеп ҡайтҡан яугирҙар менән аралашҡан һайын күңелдә ниндәйҙер үкенеү хистәре, ятып ҡалған егеттәрҙе йәлләү тойғоһо, һағыш ҡала. Афған ветерандары союзының Бөрө бүлеге рәйесе Рәмис Раянов үҙенең ошо ҡәһәрле һуғыш тураһындағы хәтирәләре менән бүлеште:


— Мин Бөрө педагогия институтына 1-се курсҡа уҡырға ингәндә Афған ерендә һуғыш өсөнсө йыл бара ине. Махсус йыйыу башланғас, мин имтихандарҙы алдан бирҙем дә повестка менән хәрби комиссариатҡа саҡырылдым. Ул ваҡытта беҙҙең институттан төрлө факультеттарҙан барлығы 40-лап егетте алдылар. Июль, август, сентябрҙә “учебка”ла булдыҡ, аҙаҡ беҙҙе ил буйынса төрлө ергә оҙаттылар.
Мин Ҡыҙыл байраҡлы Төркөстан хәрби округына эләктем. Октябрҙә Афғанстанда инем инде. Аҙна ваҡыт климатҡа яраҡлашыуға китте. Башта һыу менән тәьмин итеү бүлеге командиры итеп билдәләнһәм, аҙаҡ минанан таҙартыу ротаһына күсерелдем. Уҡыу үткәс, минанан таҙартыу бүлеге командиры, һуңыраҡ взвод командиры урынбаҫары итеп тәғәйенләндем.
Беҙҙең бурыс миналарҙы эҙләп табып, зарарһыҙландырыу ине. Ғәҙәттә, шахмат тәртибендә бара инек. Алда мина эҙләүсе эт менән сапер, улар артынан тағы ла ике сапер һәм командир-офицер етәкселегендә БТР оҙатыуында барабыҙ. Үҙемдең автоколоннаны беренсе тапҡыр оҙатҡанды яҡшы хәтерләйем. Аҙыҡ-түлек һәм яғыулыҡ-майлау материалдары алып барҙыҡ. Төркөмдә барыһы ла яңылар. Беҙгә ут аҫтылар. Мин өс егет менән автомат уты аҫтында ҡалдым, ә колоннаны туҡтатырға ярамай, миналарҙы ла эҙләргә кәрәк. Шулай метрлап түгел сантиметрлап атланыҡ. Ошондағы 15-20 метр араны ғүмерлеккә иҫемдә ҡалдырҙым. Ярай, барыбыҙ ҙа иҫән ҡалдыҡ.
Ул саҡта беҙҙең был һуғыштың ни өсөн барғанын уйларға ваҡыт булманы. Һалдаттар булараҡ, беҙ приказ үтәнек. Күптәребеҙгә 18-20 йәш ине. Мәктәптә үткән хәрби-патриотик әҙерлек яҡшы нигеҙ булып торҙо, армияла замполит һәм комсомол ойошмаһы эшләй ине. Хәрби мөхит булыуға ҡарамаҫтан, һәр аҙна политдәрестәр ойошторолдо. Атайҙарыбыҙ — Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары иҫән ине. Шуға ла беҙҙең рух хәрбиҙәрсә ине. Шуныһы ғына, һалдат тәжрибәһе етмәне. Йыртҡыстарға әйләнгән боевиктар менән тары еҫен дә еҫнәмәгән малайҙар һуғышты. Афған ерендә 15 мең беҙҙең егет һәләк булды, шуларҙың өсөһө яҡташыбыҙ ине.
Ольга Платонова.
Читайте нас