Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Февраль 2021, 23:47

Эшҡыуарҙарға ярҙам күрһәтеләсәк

Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә сираттағы ҡыуаныслы яңылыҡ менән бүлешкән: Рәсәй экспорт үҙәгенең рейтингында республиканың Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге башҡа төбәктәр араһында икенсе урынды яулаған.

Аныҡлабыраҡ әйткәндә, Рәсәйҙең 82 төбәге баһаланған, Башҡортостанды Мәскәү өлкәһе үҙәге генә уҙып киткән.
Радий Хәбиров белдереүенсә, пандемия халыҡ-ара мөнәсәбәттәргә насар тәьҫир итеүенә ҡарамаҫтан, республика эшҡыуарҙарына ваҡытында ярҙам күрһәтелгән һәм төбәк тауарҙары сит илгә оҙаылыуын дауам иткән. Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетының һәм Хөкүмәттең конгресс эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе был, ти етәксе.
2020 йылда Башҡотостандың тышҡы сауҙа әйләнеше күләме АҠШ-тың 4 055,5 миллион долларына еткән, ә экспорт күләме 3 129,7 доллар кимәлендә булған.
Иң мөһиме – сеймалға һәм энергетикаға ҡағылышһыҙ экспорт күләме 61 процент тәшкил иткән. Был 2019 йыл менән сағыштырғанда алты процентҡа ғына түбәнерәк. Тимәк, беҙҙең машиналар төҙөү, еңел, химик сәнәғәт, ауыл хужалығы тауарҙары донъяла ихтыяж менән файҙалана, тип белдерә төбәк етәксеһе.
Радий Фәрит улы ошо көндәрҙә ҡабул ителгән бизнесҡа ярҙам итеү йөҙөнән ҡабул ителгән сараларҙы ла телгә алып үткән. Һүҙ эшҡыуарҙарҙы тиҙ арала көрсөктән сығарыуға тәғәйенләнгән субсидия һәм льготалар хаҡында бара.
Әйткәндәй, былар хаҡында тулы мәғлүмәт менән madein.bashkortostan.ru порталында танышырға мөмкин.
Фото: vk.com/radiyhabirov

Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас